Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам - төп урында

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән үткән тура бәйләнеш буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонданың Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина үҙ фекерен әйтте. – Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән үткән тура бәйләнеш республика халҡы өсөн мөһим ваҡиға булды. Ул хөкүмәттең асыҡлығын һәм йәмәғәтселек менән асыҡ диалог алып барырға теләүен күрһәтте. Республика Башлығының халыҡты борсоған һәр мәсьәләгә иғтибар йүнәлтеүен күреү ҡыуандыра. Улар араһында социаль ярҙам, инфраструктураны үҫтереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу айырым урын алып тора. Бигерәк тә мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға ҙур иғтибар бирелеүен билдәләгем килә. Милли мәҙәниәттең көнүҙәк мәсьәләләренә лә иғтибар бирелде. Махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам фекер алышыуҙа хаҡлы рәүештә үҙәк урынды биләне. Атап әйткәндә, республика Башлығы хәрби операцияла тәжрибә алған кешеләрҙе

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән үткән тура бәйләнеш буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонданың Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина үҙ фекерен әйтте. – Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән үткән тура бәйләнеш республика халҡы өсөн мөһим ваҡиға булды. Ул хөкүмәттең асыҡлығын һәм йәмәғәтселек менән асыҡ диалог алып барырға теләүен күрһәтте. Республика Башлығының халыҡты борсоған һәр мәсьәләгә иғтибар йүнәлтеүен күреү ҡыуандыра. Улар араһында социаль ярҙам, инфраструктураны үҫтереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу айырым урын алып тора. Бигерәк тә мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға ҙур иғтибар бирелеүен билдәләгем килә. Милли мәҙәниәттең көнүҙәк мәсьәләләренә лә иғтибар бирелде. Махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам фекер алышыуҙа хаҡлы рәүештә үҙәк урынды биләне. Атап әйткәндә, республика Башлығы хәрби операцияла тәжрибә алған кешеләрҙе дәүләт хеҙмәтенә йәлеп итеү кәрәклеген билдәләне. Республикала мөмкинлектәре сикләнгән ветерандарҙы реабилитациялау һәм социалләштереү буйынса махсус эш алып барыла. Радий Фәрит улы яугирҙәрҙе тәүәккәл, ғәҙел, принципиаль, ысын патриоттар тип хаҡлы рәүештә билдәләне. Шуныһы мөһим, республика Башлығы һорауҙарға яуап биреп кенә ҡалманы, ә тейешле ведомстволарға һәм министрлыҡтарға аныҡ күрһәтмәләр бирҙе. Шифаханаларҙа дауаланыуға ихтыяж ҙур. Бындай ярҙам һорап көн һайын яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына, беҙгә мөрәжәғәт итә. Бындай туранан-тура аралашыу хөкүмәт менән йәмғиәт араһындағы үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы тип иҫәпләйем. Улар беҙгә проблемалы йүнәлештәрҙе асыҡларға, халыҡтың ихтыяждарына тиҙ арала яуап бирергә, дөйөм маҡсаттарға — республикабыҙҙың сәскә атыуына һәм һәр йәшәүсенең тормош сифаты яҡшырыуына өлгәшеү өсөн конструктив диалог төҙөргә мөмкинлек бирә, - тине ул.