Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов менән осрашты. Республика етәксеһе федераль ведомствоға берлектәге эш һәм республика проекттарын яҡлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. “Беҙ сәнәғәтте үҫтереүгә етди иғтибар бирәбеҙ. Кластерҙарҙы киңәйтеү менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ, был маҡсатҡа федераль аҡсаны йәлеп итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн Кластер үҫеше буйынса милли рейтингҡа йомғаҡ яһаныҡ, беҙ беренсе урынды алдыҡ, беҙҙең эшкә юғары баһа өсөн рәхмәт”. Иван Куликов Башҡортостандың идарасы командаһына Рәсәй сәнәғәт форумын яҡшы кимәлдә ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе һәм инвесторҙар яғынан республикаға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың ҙур булыуын билдәләне. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Радий Хәбиров Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары менән осрашты
12 ноября 202512 ноя 2025
~1 мин