Һәр хужабикә ҡоймаҡты үҙенсә бешерә. Кемдекелер уңа, кемдекелер юҡ. Миәкә районынан Рәзилә Әхмәтгәрәеваның ҡоймағын ҡунаҡтар һәр ваҡыт маҡтап ашай. Ул яҡындарын ҡуйыраҡ ҡамырҙан бәләкәс ҡоймаҡтар менән һыйларға ярата. Уның рецебын һеҙ ҙә ҡуланып ҡарағыҙ. – Өс йомортҡаны һытып, семтем генә тоҙ һалабыҙ, шуға 2-3 аш ҡалағы (кемгә күпме оҡшай) шәкәр ҡомо ҡушып күбекләнгәнсе туғыйбыҙ. Мөмкин миксер менән бутарға. Артабан 1 стакан үҙе ултырып ойоған ҡатыҡты йомортҡалар өҫтөнә һалабыҙ. Әгәр ҡатыҡ һыуытҡыста ултырған булһа, йылытабыҙ. Әлеге ҡатнашмаға 1 бал ҡалағы уксус менән һүндерелгән соданы өҫтәйбеҙ. Уның урынына йомшартҡысты (разрыхлитель) ла ҡулланырға мөмкин. Һуңынан 1 аш ҡалағы көнбағыш майы, он һалып туғыйбыҙ. Ул ғәҙәти ҡоймаҡ ҡамырынан ҡуйыраҡ булырға тейеш. Шунан ҡыҙған табаға һалып бешерә башлайбыҙ. Мин боронғоса ағас ҡалаҡ менән һалып бешерәм, – тип һөйләне аш-һыу уңғаны. Фото: Рәзилә Әхмәтгәрәеваныҡы.