“Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы, Төбәк-ара кампус резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәй фәненә ҙур өлөш индерергә ынтылған йәш ғалимдарға ярҙам итә. Быға сағыу миҫал – Өфө фән һәм технологиялар университетының тәбиғәт һәм кеше фундаменталь медицина институты генетика кафедраһы аспиранты Дана Равчеева. Ғалим онкологик сирҙәр нигеҙендә барлыҡҡа килгән мутацияларҙы өйрәнә. Был когнитив геномика, шулай уҡ неврологик тайпылыштар өлкәһендәге сирҙәрҙең формалашыу механизмдарн комплекслы аңларға ярҙам итә. -Кеше мейеһе яман шеше – етди ауырыу. Ул сәләмәтлекте, пациенттың йәшәү сифатын кинәт ҡаҡшата. Ауырыуҙарҙың күп булыуы ошо өлкәне өйрәнеүгә сәбәпсе булды, - ти Дана. Ғалимәнең белдереүенсә, биоматериалдар менән эшләгәндә ҡатмарлыҡтар килеп сыға. Шуға күрә ул фәнни етәксе һәм кәңәшселәр менән бергәләп эш итә. Улар - Өфө фән һәм технологиялар университетының тәбиғәт һәм кеше фундаменталь медицина институты генетика кафедраһы профессоры Эльза Хөснөтдинова һәм ней