Миәкә районының Ҡорманайбаш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») тормошҡа ашырыу барышында төҙөлдө, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Быға тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункты 1986 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан булған, унда һыу менән тәьмин итеү һәм канализация булмаған. Яңы бина заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы итеп төҙөлгән. Пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған. Учреждениела фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәләре, ауырыуҙар өсөн көтөү бүлмәһе, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һәм йыйыштырыу кәрәк-яраҡты һаҡлау урыны бар. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 167 кешегә, шул иҫәптән 37 балаға беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеләсәк. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өл