Салауат ҡалаһында Ленин майҙаны һәм уға йәнәш Беренсе май урамы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарына ярашлы төҙөкләндерелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Яңы йәмәғәт киңлеге “Өн аша ете төш” тип атала. Унда велосипед юлдары һәм ижади сығыштар өсөн майҙансыҡтар барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ белгестәр арт-объекттарҙы — Нуль километрын һәм аллеяға инеү урынында “Салауат” яҙыуын урынлаштырҙы. Бынан тыш, яңыртылған йәмәғәт биләмәһендә йәйәүлеләр аллеяһы, балалар өсөн уйын зонаһы эшләнгән һәм кибеттәр урынлаштырылған. “Был яңы йәмәғәт киңлеге ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны, берҙәмлегебеҙ һәм именлегебеҙ символы булһын. Унда Салауат тарихының яңы йолалары һәм сағыу мәлдәренең тыуыуы көтөлә”, — тиелә хәбәрҙә. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләнде
Салауатта Ленин майҙаны һәм Беренсе май урамы төҙөкләндерелде
13 ноября 202513 ноя 2025
1 мин