РАДИЙ ХӘБИРОВ ТУРА БӘЙЛӘНЕШТӘ БИРГӘН ТӨП ЯУАПТАР 📌Пилотһыҙ аппараттар һөжүме тураһында Беҙгә ҡаршы террорсылар һөжүмдәре йышая. Беҙҙең ҡарамаҡта радиолокация селтәре, «Панцирь» комплекстары, зенит һәм автоматик ҡоралдар бар. Һөжүм ваҡытында беҙ мобиль интернетһыҙ ҡалабыҙ, әммә быны аңлап ҡабул итергә кәрәк. Махсус хәрби операция – 2 мең саҡрым алыҫлыҡта ғына түгел, ул бында ла бара. 📌Юлдарҙы ремонтлау тураһында Борай, Тәтешле, Дүртөйлө, Илеш райондарына өндәшәм, М-12 трассаһын төҙөкләндереү барышында боҙолған юлдарҙы ремонтларға аҡса бүлергә торабыҙ. Сибай-Аҡъяр юлы менән хәл шул уҡ, ике йылда эшләп бөтөрөргә тейеш инек, хәҙер дүрт йылға һуҙылды. Һис шикһеҙ, уны ла тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Саманан тыш йөк ташыусы машиналар беҙҙең юлдарға ҙур зыян килтерә. Әле республикала 11 ауырлыҡ үлсәү станцияһы эшләй. Уларҙан беҙ юл фондына йыл һайын миллиард һумлап аҡса туплайбыҙ. 📌Цирк һәм театр тураһында Дәүләт циркын төҙөкләндереү федераль аҡсаға башҡарыла, уны 2026 йылда башларға тейешбеҙ