Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Нисек итеп юғары ҡан баҫымын төшөрөргә?

Ҡул аҫтында кәрәкле дарыуҙар һәм ашығыс ярҙам саҡырыу мөмкинлеге булмағанда, мәҫәлән, дачала ҡан баҫымы күтәрелһә нимә эшләргә? Түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер. Тәүҙә тынысланырға һәм паникаға бирелмәҫкә тырышырға кәрәк. Клофелин, папаверин йәки дибазол кеүек баҫымды төшөрөүсе таблеткаларҙың булмауын тынысландырыусы препарат менән алмаштырырға мөмкин. Мәҫәлән, валерьянка, боярышник төнәтмәһе йәки үләндәрҙән тынысландырыусы сәй эсегеҙ. Ҡыҙыл көртмәле еләгенән һут баҫымды һөҙөмтәле һәм тиҙ кәметә, шуға күрә уны ҡулланырға мөмкин. Балға буталған балан йәки миләш еләге лә баҫымды яҡшы кәметә. Юғары ҡан баҫымын кәметеүҙә психологик фактор ҙа ҙур роль уйнай. Йыш ҡына ҡабул ителгән сараларҙың дөрөҫлөгөнә ышаныу уны кәметергә, паника хәленән ҡотолорға һәм шуның менән баҫымды нормалләштереүгә ярҙам итә. Эҫе йәки, киреһенсә, һалҡын йәшел сәй ҙә баҫымды кәметеүгә булышлыҡ итә тигән фекер бар. Әммә йәшел сәйҙә кофеин барлығын иҫәпкә алһаҡ, был баҫымды кәметеүҙең иң яҡшы ысулы түгел. Бына бер тикшере

Ҡул аҫтында кәрәкле дарыуҙар һәм ашығыс ярҙам саҡырыу мөмкинлеге булмағанда, мәҫәлән, дачала ҡан баҫымы күтәрелһә нимә эшләргә? Түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер. Тәүҙә тынысланырға һәм паникаға бирелмәҫкә тырышырға кәрәк. Клофелин, папаверин йәки дибазол кеүек баҫымды төшөрөүсе таблеткаларҙың булмауын тынысландырыусы препарат менән алмаштырырға мөмкин. Мәҫәлән, валерьянка, боярышник төнәтмәһе йәки үләндәрҙән тынысландырыусы сәй эсегеҙ. Ҡыҙыл көртмәле еләгенән һут баҫымды һөҙөмтәле һәм тиҙ кәметә, шуға күрә уны ҡулланырға мөмкин. Балға буталған балан йәки миләш еләге лә баҫымды яҡшы кәметә. Юғары ҡан баҫымын кәметеүҙә психологик фактор ҙа ҙур роль уйнай. Йыш ҡына ҡабул ителгән сараларҙың дөрөҫлөгөнә ышаныу уны кәметергә, паника хәленән ҡотолорға һәм шуның менән баҫымды нормалләштереүгә ярҙам итә. Эҫе йәки, киреһенсә, һалҡын йәшел сәй ҙә баҫымды кәметеүгә булышлыҡ итә тигән фекер бар. Әммә йәшел сәйҙә кофеин барлығын иҫәпкә алһаҡ, был баҫымды кәметеүҙең иң яҡшы ысулы түгел. Бына бер тикшерелгән сара: кефир стаканында бер сәй ҡалағы киптерелгән корицаны болғатырға һәм ашыҡмай ғына эсергә. Был рецепт бик һөҙөмтәле һәм әҙерләү еңел. Шулай уҡ был сараны иҫкәртеү өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Әгәр ҡул аҫтында картуф булһа, баҫымды кәметеү өсөн түбәндәге рецепт менән файҙаланырға мөмкин. Бер стакан картуф ҡабығын ваҡ итеп ҡырҡырға ла, өс стакан һыу менән тултырырға кәрәк. Йомшаҡланғансы бешерергә, һуңынан һөҙөргә һәм ярты стакан эсергә. Иҫкәртеү өсөн бындай төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр – иртән һәм кис ҡулланырға кәрәк. Был сара баҫымды бик ҡырҡа кәметә ала. Түбәндәге тәбиғәт саралары ла юғары баҫымды кәметергә ярҙам итә: - ҡәнәфер үләне төнәтмәһе, - грейпфрут һуты һәм йомшағы, - алоэ һуты (бал менән мөмкин), -балан еләге (бал менән мөмкин), укроп төнәтмәһе, - энәлек (теләһә ниндәй формала), картуф ҡабығы ҡайнатмаһы, валериана төнәтмәһе, - ҡыҙыл көртмәле һуты, - миләш һуты йәки еләге, - томат һуты, - ҡара ҡарағаттың яңы еләге йәки уның япраҡтарынан төнәтмә , -аҡ акация препараттары. ҺӘР ПРЕПАРАТТЫ, ДАРЫУҘЫ ЙӘКИ ДАУАЛАУ ЫСУЛЫН ҠУЛЛАНЫР АЛДЫНАН, МОТЛАҠ ДАУАЛАУСЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕГЕҘ! Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!