Найти в Дзене

Башлыҡ үҙен ышаныслы етәксе итеп күрһәтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы халыҡ менән туранан-тура аралашыуы дүрт сәғәттән ашыу барҙы. Һәр ваҡыттағыса һорауҙар күп булды. Эфирҙа яңғырағандары шунда уҡ аныҡ яуаптар алды, ә ҡалғандары хәл ителәсәк. Политолог, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимур Вәлитов студияла ҡатнашты һәм үҙенең һорауын бирә алды. Беҙҙең баҫмаға ул тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш етенсе тапҡыр ойошторолдо. Радий Хәбиров һәр йылдағыса барлыҡ һорауҙарға, хатта ҡатмарлы, уңайһыҙҙарына ла асыҡ яуап биреп, үҙен ышаныслы етәксе итеп күрһәтте. Әйтәйек, Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле һорау күтәрелде. Төбәк етәксеһе монументты реставрациялау сәбәптәре һәм этаптары менән таныштырҙы. Ә иң мөһиме – тура линия барышында Өфөнөң ҙур цехында башланған күләмле эштәр күрһәтелде. Республика Башлығының халыҡ менән асыҡ диалог форматы — ул ышаныслы мөнәсәбәт кенә түгел, ә кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик мөһим мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү. Реаль

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы халыҡ менән туранан-тура аралашыуы дүрт сәғәттән ашыу барҙы. Һәр ваҡыттағыса һорауҙар күп булды. Эфирҙа яңғырағандары шунда уҡ аныҡ яуаптар алды, ә ҡалғандары хәл ителәсәк. Политолог, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимур Вәлитов студияла ҡатнашты һәм үҙенең һорауын бирә алды. Беҙҙең баҫмаға ул тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш етенсе тапҡыр ойошторолдо. Радий Хәбиров һәр йылдағыса барлыҡ һорауҙарға, хатта ҡатмарлы, уңайһыҙҙарына ла асыҡ яуап биреп, үҙен ышаныслы етәксе итеп күрһәтте. Әйтәйек, Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле һорау күтәрелде. Төбәк етәксеһе монументты реставрациялау сәбәптәре һәм этаптары менән таныштырҙы. Ә иң мөһиме – тура линия барышында Өфөнөң ҙур цехында башланған күләмле эштәр күрһәтелде. Республика Башлығының халыҡ менән асыҡ диалог форматы — ул ышаныслы мөнәсәбәт кенә түгел, ә кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик мөһим мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү. Реаль ваҡыт режимында кешеләрҙең проблемалары хәл ителә, сөнки республиканың бөтә идара итеү командаһы бәйләнештә була һәм тура эфирҙа етәксенең йөкләмәләрен ала. Был Башлыҡтың халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Радий Фәрит улы халыҡты борсоған һорауҙарға аныҡ яуап бирҙе, шулай уҡ 2026 йылға социаль әһәмиәтле эштең төп йүнәлештәрен билдәләне. Һорауҙарҙың күп булыуы халыҡтың власҡа ышанысы тураһында һөйләй, ә республика Башлығы сираттағы тапҡыр төбәктең һәм унда йәшәүселәрҙең бөтә проблемаларына тәрән төшөнөүен күрһәтте. Дөйөм алғанда, Радий Хәбировтың тура бәйләнеше тыныс үтте һәм, бер һүҙ менән әйткәндә, – Башҡортостан бөтә йүнәлештәр буйынса үҫешә, - тине ул. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!