Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы халыҡ менән туранан-тура аралашыуы дүрт сәғәттән ашыу барҙы. Традицион рәүештә һорауҙар төрлө характерҙа булды. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Илшат Йосопов фекеренсә, милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышы тураһында мәсьәлә айырыуса көнүҙәк һәм әһәмиәтле. – Бөгөнгө көндә халыҡ өсөн был мәсьәлә бик тулҡынландырғыс һәм мөһим. Салауат Юлаев йәмәғәтселектә тарих ҡомартҡыһы ғына түгел, ә күп милләтле Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә йәшәгән башҡа этностарҙың теләктәшлек символы булараҡ нығынды. Был һорауға яуап биреп, республика Башлығы был һәйкәлдең бөтә халыҡ, дөйөм республика өсөн мөһим булыуын һәм юғары кимәлдә яҡланасағын раҫланы, уны реставрациялау һәм ваҡытында урынына ҡайтарыу Рәсәй йәмғиәтендә милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡтың мотлаҡ факторы булып тора, – тине эксперт. Фото: видеонан скриншот. Беҙҙең МАХ каналына https://