Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Фәниә Нафиҡова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау буйынса “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында уҙған кәңәшмәлә ҡатнашты. Шифахана директоры Максим Мигаль төбәктә ошо категория граждандарын шифахана-курорт менән тәьмин итеү механизмдары хаҡында доклад менән сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһында йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн дауалауҙы ойоштороуҙың түбәндәге формалары ҡаралған: Бер тапҡыр шифахана-курорт путевкаһы биреү; туғандар араһында билдәләнгән дауалау осорон тигеҙ өлөштәргә бүлеү; яҡын туғандарының береһенә (иренә\ҡатынына, ата-әсәһенә) шифахана-курорт путевкаһын тапшырыу хоҡуғы; һәләк булғандарҙың (үлгәндәрҙең) йәки хәбәрһеҙ юғалған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына бер кеше өсөн 14 көн йәки ике туған өсөн 7 көн дауамында бер тапҡыр дауалау ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы был йүнәлештә тотороҡло динамика күрһәтә. 202
МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн шифахана-курорттар ишеге асыҡ
12 ноября 202512 ноя 2025
1 мин