Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Башлығы ағымдағы хәлде айыҡ баһалай

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етенсе тапҡыр республика халҡы менән тура бәйләнеш үткәрҙе. Унда күтәрелгән мөһим темаларҙың береһе иҡтисади торошобоҙға бәйле ине. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, булған бөтә ауырлыҡтарға ҡарамай Башҡортостан эҙмә-эҙлекле алға табан хәрәкәт итә һәм күп йүнәлештәр буйынса ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтә. Иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ахунов республиканың иҡтисади хәле һәм кисәге сара тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне. – Башҡортостан Башлығының ғәмәлдәге хәлгә тейешле баһа биреүен билдәләргә теләйем. Ә әлеге хәл иҡтисади үҫеш темптарының әкренәйеүендә сағылған билдәле бер ҡатмарлыҡтар менән оҙатыла. Атап әйткәндә, һүҙ сәнәғәт производствоһын ҡыҫҡартыу хаҡында бара. Радий Хәбиров, әгәр алдағы йылдар ярайһы уҡ йылдам сәнәғәт үҫеше менән оҙатылһа, быйыл, бәлки, бер аҙ түбәнәйеү менән тамамланыр, тип билдәләне. Көнбайыш санкциялары, макроиҡтисади ҡатмарлыҡтар, юғары инфляция фонында с

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етенсе тапҡыр республика халҡы менән тура бәйләнеш үткәрҙе. Унда күтәрелгән мөһим темаларҙың береһе иҡтисади торошобоҙға бәйле ине. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, булған бөтә ауырлыҡтарға ҡарамай Башҡортостан эҙмә-эҙлекле алға табан хәрәкәт итә һәм күп йүнәлештәр буйынса ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтә. Иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ахунов республиканың иҡтисади хәле һәм кисәге сара тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне. – Башҡортостан Башлығының ғәмәлдәге хәлгә тейешле баһа биреүен билдәләргә теләйем. Ә әлеге хәл иҡтисади үҫеш темптарының әкренәйеүендә сағылған билдәле бер ҡатмарлыҡтар менән оҙатыла. Атап әйткәндә, һүҙ сәнәғәт производствоһын ҡыҫҡартыу хаҡында бара. Радий Хәбиров, әгәр алдағы йылдар ярайһы уҡ йылдам сәнәғәт үҫеше менән оҙатылһа, быйыл, бәлки, бер аҙ түбәнәйеү менән тамамланыр, тип билдәләне. Көнбайыш санкциялары, макроиҡтисади ҡатмарлыҡтар, юғары инфляция фонында сәнәғәт производствоһының бындай кәмеүе бюджет ҡатмарлығына килтерә. Барған процестарҙы аңлап, республика Башлығы киләһе йыл дәүләт финанстары йәһәтенән быйылғыға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ буласағын әйтте, – тине ул. Рөстәм Ахунов билдәләүенсә, Радий Хәбиров иҡтисади ҡатмарлыҡтарҙы адекват һәм объектив баһалай, әммә шул уҡ ваҡытта төбәктең социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн финанс ресурстары етерлек, тип ышандыра. Һәм барлыҡ социаль йөкләмәләр, ә уларҙың иң мөһиме – МХО-ға һәм яугирҙәргә ярҙам итеү, үтәләсәк. – Башҡортостан Башлығы уңыштар тураһында ғына һөйләмәне, иҡтисади хәлдең ҡатмарлылығын да таныны, республиканың ошо осорҙа нисек үҫешергә тейешлеге хаҡында үҙ ҡарашын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта уның иҡтисадта киләсәккә ыңғай ҡарашы күренә. Махсус хәрби операцияны тамамлағандан һуң иҡтисад торошона баһа биреп, Радий Хәбиров уның яраланғын булырын, әммә тиҙ арала аяҡҡа баҫасағын әйтте. Был баһа менән мин риза. Федераль көн тәртибенә ярашлы ярайһы уҡ динамик үҫешкән ҡайһы бер секторҙар бар. Шуны танырға кәрәк, иҡтисадтың дөйөм түбәнәйеүенә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә эске туризм кеүек тармаҡта күп нәмә эшләнгән. Башҡортостан был йүнәлеште үҫтерә. Иҡтисадтың яңы секторы — креатив индустрия барлыҡҡа килә. Беҙ властарҙың был мәсьәләгә һәм, тимәк, был секторҙың үҫешенә иғтибар итеүен күрәбеҙ. Төбәктең үҫеш стратегияһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, нимәнелер күҙаллау ауыр, сөнки әле ҡатмарлы, аңлайышһыҙ ваҡыт. Әммә оҙайлы стратегия булырға тейеш. Ил Президенты ҡушыуы буйынса милли мәнфәғәттәргә ярашлы тормошҡа ашырылған милли проекттар ориентир булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башлыҡ. Башҡортостан — ошо милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа лидерҙарҙың береһе, тип өҫтәне ул. Фото: bagsurb.ru Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!