Ошо көндәрҙә Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында йәшәгән им-том менән булышҡан, бар яҡлап күптәргә өлгө булған Фатима Һибәтованың вафат булыуы хаҡында ишеткәс, уның ҙур ихласлыҡ менән тел -теш ҡырҡыу тураһында һөйләгәне ҡайтанан хәтергә төштө һәм ошо яҙманы ҡабатлап ҡуйырға мәжбүр итте. Йәнең йәннәттә булһын, аҡ күңелле, изге йөрәкле Фатима инәй! Күптәргә шәхси тормошонда уңышһыҙлыҡҡа осраһа йәки эшендә ауырлыҡтар килһә, йыш сирләһә йәки бер туҡтамай башы ауыртһа, имсе инәйҙәргә барырға тәҡдим итәләр. Шулай уҡ кеше тураһында төрлө ғәйбәт таратһалар, уны юҡҡа рәнйетһәләр, ул кеше туҡтауһыҙ иҫнәй, йыш ауырый башлай. Хәле бөтә, ашағыһы килмәй, бер эшкә лә күңеле төшмәй, йоҡо баҫа. Ҡайһы бер осраҡта уның менән бергә башҡа ғаилә ағзалары ла, хатта малы ла ауырырға мөмкин. Тап шундай хәлгә тарыусыларға тел-теш ҡырҡтырырға кәрәк тә инде. Бөгөн был эште теүәл һәм дөрөҫ итеп башҡарыусылар бик аҙ, хатта ҡайһы бер төбәктәрҙә тел-теш ҡырҡыу йәки тел-теш төйөүҙе белмәйҙәр ҙә. Ҡот ҡойоу, имләү, тел-теш