Найти в Дзене

ЮНЕСКО исемлегенә индерәсәктәр

Бөгөн Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының күсмә ултырышын үткәрҙе. Ултырыш Евразия күсмә цивилизациялар визит-үҙәгендә ойошторолдо. Көн тәртибендә – төбәктең юғары фәнни һәм мәҙәни-тарихи ҡимәмәткә эйә булған объекттарын Рәсәй һәм донъя киңлегендә танытыу. “Беҙҙә республиканың был өлкәләге ҡеүәттәрен нисек үҫтереү тураһында аныҡ ҡарашыбыҙ бар. Бындай ышанысты беҙгә ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссия, Рәсәйҙең Парижда ЮНЕСКО ҡарамағындағы даими вәкиллеге бирә, – тине Радий Хәбиров. – ЮНЕСКОның проблематикаһы беҙҙең өсөн бик мөһим һәм төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала”. Төбәк етәксеһе тәбиғәт объекттарын танытыу буйынса республиканың ҡаҙаныштарын билдәләне. “Беҙ етди еңеүҙәргә өлгәштек. Йәй Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКОның Бөтә донъя исемлегенә индерелде. Сентябрҙә “Торатау” геопаркы ЮНЕСКОның глобаль селтәренә инде. Унан алдараҡ, май айында компетенциялар үҙәген – Өфө фән һәм технлогиялар университетының ЮНЕСКО тарафынан таны

Бөгөн Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының күсмә ултырышын үткәрҙе. Ултырыш Евразия күсмә цивилизациялар визит-үҙәгендә ойошторолдо. Көн тәртибендә – төбәктең юғары фәнни һәм мәҙәни-тарихи ҡимәмәткә эйә булған объекттарын Рәсәй һәм донъя киңлегендә танытыу. “Беҙҙә республиканың был өлкәләге ҡеүәттәрен нисек үҫтереү тураһында аныҡ ҡарашыбыҙ бар. Бындай ышанысты беҙгә ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссия, Рәсәйҙең Парижда ЮНЕСКО ҡарамағындағы даими вәкиллеге бирә, – тине Радий Хәбиров. – ЮНЕСКОның проблематикаһы беҙҙең өсөн бик мөһим һәм төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала”. Төбәк етәксеһе тәбиғәт объекттарын танытыу буйынса республиканың ҡаҙаныштарын билдәләне. “Беҙ етди еңеүҙәргә өлгәштек. Йәй Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКОның Бөтә донъя исемлегенә индерелде. Сентябрҙә “Торатау” геопаркы ЮНЕСКОның глобаль селтәренә инде. Унан алдараҡ, май айында компетенциялар үҙәген – Өфө фән һәм технлогиялар университетының ЮНЕСКО тарафынан танылған “Геопарктар һәм тотороҡло үҫеш биләмәләре кафедраһын – алдыҡ”, – тине республика етәксеһе. Ултырышта Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Күп яҡлы гуманитар хеҙмәттәшлек һәм мәҙәни бәйләнештәр департаменты директоры Александр Алимов та ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты рәйесе Урал Килсенбаев ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Комитеттың башҡарма директоры Рената Лоҡманова умартасылыҡ проекттары менән таныштырҙы. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина ЮНЕСКО объекттарының статусы республикаға туристарҙы ылыҡтырасаҡ, тим билдәләне. Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһендә Радий Хәбиров визит-үҙәктең Турахан мавзолейы менән Бәләкәй кәшәнәне тоташтырған йәйәүлеләр һуҡмағын ҡараны. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.