Өфөлә вуз-ара кампустың Геном үҙәге майҙансығында, Фән айлығы сараларына ярашлы, Рәсәй фекер эйәһе, прогнозсы һәм киләсәкте тикшереүсе Сергей Переслегин ҡатнашлығында лекциялар, стратегик сессиялар һәм уйын үтте. Сарала эшҡыуарҙар һәм урбанистар, рәссамдар, Ҡоролтай депутаттары, медиаменеджерҙар, мәҙәниәт һәм туризм эшмәкәрҙәре, МХО яугирҙәре, Башҡортостандың мәғариф һәм креатив индустрия вәкилдәре булды. Ҡатнашыусылар Рәсәй һәм уның төбәктәренең мәҙәни кодын, технологик тулҡындарҙы, фаза көрсөгөн, яһалма интеллекттың ролен тикшерҙе һәм Башҡортостандың мәҙәни коды менән таныштырҙы. Сергей Переслегин билдәләүенсә, мәҙәни код менән эшләү ҡатмарлы һәм ул берҙәм булып башҡарыуҙы талап итә. – Кодтың шифрын асмайбыҙ, беҙ уны уҡыйбыҙ. Код тулыһынса йыйылмаҫҡа ла мөмкин, әммә ул дөрөҫ төҙөлгән булһа, эшләй башлай. Биш йыл эсендә бер нисә тиҫтә мәҙәни код йыйҙыҡ, һәм Башҡортостандыҡы бик тә ышаныслы булды. Геном үҙәгенең форматы һәм киңлеге идеаль булып сыҡты: барыһы ла күренә, бөтәһе лә ишетел