Әгәр һауала пилотһыҙ осоу аппаратын күрһәгеҙ, үҙеңде ҡулға алырға һәм уйлап эш итергә кәрәк. Һеҙҙең һәр аҙымды уйлап эшләүегеҙгә үҙегеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмере бәйле. Түбәндә ошондай мәлдә кәрәкле ғәмәлдәр алгоритмы бирелгән. Уларҙы хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Иң тәү сиратта – тыныс булығыҙ. Сәбәләнеү хәлде баһаларға ҡамасаулай. Был хәлде видеоға төшөрөргә тырышығыҙ һәм 112 һандары буйынса барыһы тураһында ла, дрондың осошо ваҡытын, урынын һәм йүнәлешен күрһәтеп, тиҙ генә хәбәр итегеҙ. Һөжүм итеү тураһындағы фото- һәм видеоматериалдарҙы интернетҡа ҡуйыу ҡәтғи тыйыла – был именлек хеҙмәттәренең эшенә зыян килтереүе ихтимал. Хәүефле зонанан – аппарат осоп барған йәки торған урындан тиҙ генә китегеҙ. Уға яҡын бармағыҙ һәм уны яҡындан ҡарарға тырышмағыҙ. Эргә-тирәләгеләрҙе хәүеф янауы тураһында иҫкәртегеҙ. Беспилотник торлаҡ йортҡа һөжүм итә икән, янғын ваҡытындағы кеүек эш итегеҙ. Урамда яҡын бинала йәшенергә тырышығыҙ. Транспортта икәнһегеҙ, сығығыҙ һәм хәүефһеҙ урынға барығыҙ.