Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Милли мәҙәниәт үҫә!

Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнеш барышында һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда милли мәҙәниәт мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне. Ҡурайсылар дәүләт ансамбле ойошторолдо, Милли кейем көнө булдырылды, Мәҙәни ваҡиғалар календары барлыҡҡа килде. Ул Радий Хәбировтың ошоға бәйле йәмғиәттән нимә көтөүен һораны. Башҡортостан Башлығы ни өсөн республиканың мәҙәни традициялары менән бәйле бик күп әһәмиәтле даталарҙың барлыҡҡа килеүен аңлатты. – Милли кейем көнө, Бейеү көнө, Ҡурай көнө, “Урал батыр” эпосы көнө, “Башҡорт аты” фестивале – былар барыһы ла фрагментар тарих түгел, беҙ алып барған дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшө. Традицияларҙы һаҡлау, милләт, тел, халыҡтар мәҙәниәте үҙенсәлектәрен һаҡлау. Айырыуса шуны билдәләп үтергә теләйем: беҙ башҡорт кейеме көнөн түгел, ә Милли кейем көнөн иғлан иттек, шуға күрә был милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ, конфессия-ара мөнәсәбәттәр һәм башҡалар буйынса эштең мөһим элементы булып то

Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнеш барышында һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда милли мәҙәниәт мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне. Ҡурайсылар дәүләт ансамбле ойошторолдо, Милли кейем көнө булдырылды, Мәҙәни ваҡиғалар календары барлыҡҡа килде. Ул Радий Хәбировтың ошоға бәйле йәмғиәттән нимә көтөүен һораны. Башҡортостан Башлығы ни өсөн республиканың мәҙәни традициялары менән бәйле бик күп әһәмиәтле даталарҙың барлыҡҡа килеүен аңлатты. – Милли кейем көнө, Бейеү көнө, Ҡурай көнө, “Урал батыр” эпосы көнө, “Башҡорт аты” фестивале – былар барыһы ла фрагментар тарих түгел, беҙ алып барған дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшө. Традицияларҙы һаҡлау, милләт, тел, халыҡтар мәҙәниәте үҙенсәлектәрен һаҡлау. Айырыуса шуны билдәләп үтергә теләйем: беҙ башҡорт кейеме көнөн түгел, ә Милли кейем көнөн иғлан иттек, шуға күрә был милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ, конфессия-ара мөнәсәбәттәр һәм башҡалар буйынса эштең мөһим элементы булып тора, – тине Радий Хәбиров. – Был эшебеҙ булмағандан уйлап тапҡан нәмә түгел, ә ҙур дәүләт бурысы. Был йәһәттән ыңғай һөҙөмтә бар тип иҫәпләйем. Иң мөһиме, кешеләр быға ынтыла. Милли кейем көнөндә (беҙ уны йылына ике тапҡыр үткәрәбеҙ) кешеләрҙең селфи яһауын һәм һалыуын ҡарағыҙ. Фото: culture.ru Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!