Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Сәсәниәнең ижади эшмәкәрлегенә – 50 йыл!

16 ноябрҙә Өфөлә билдәле ғалим, сәсәниә, йәмәғәтсе Розалиә Солтангәрәеваның ижади эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыуға һәм юбилейына арналған «Яҡшылыҡ нуры» концерт-театрлаштырылған тамаша ҡуйыла. Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы – билдәле фольклорсы, халыҡ сәсәне, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Рәсәй тауыштары» конкурсы лауреаты, Ҡырғыҙ Республикаһы «Манас» академияһының почетлы академигы, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары, Мифтахетдин Аҡмулла һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге премиялар лауреаты. Программа башҡорт халҡының бөйөк эпосы «Урал-батыр»ға, башҡорт халыҡ йырҙары, йолалары һәм көйҙәренә нигеҙләнгән. Юбилей кисәһендә республиканың абруйлы сәнғәт оҫталары ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Илшат Мөслимов һәм Венер Сөнәғәтов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Алмас Сирусин, талантлы алып барыусы, шағир Айбулат Сәсәнбаев, З

16 ноябрҙә Өфөлә билдәле ғалим, сәсәниә, йәмәғәтсе Розалиә Солтангәрәеваның ижади эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыуға һәм юбилейына арналған «Яҡшылыҡ нуры» концерт-театрлаштырылған тамаша ҡуйыла. Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы – билдәле фольклорсы, халыҡ сәсәне, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Рәсәй тауыштары» конкурсы лауреаты, Ҡырғыҙ Республикаһы «Манас» академияһының почетлы академигы, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары, Мифтахетдин Аҡмулла һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге премиялар лауреаты. Программа башҡорт халҡының бөйөк эпосы «Урал-батыр»ға, башҡорт халыҡ йырҙары, йолалары һәм көйҙәренә нигеҙләнгән. Юбилей кисәһендә республиканың абруйлы сәнғәт оҫталары ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Илшат Мөслимов һәм Венер Сөнәғәтов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Алмас Сирусин, талантлы алып барыусы, шағир Айбулат Сәсәнбаев, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Йылҡыбаев), Өфө сәнғәт училищеһының думбырасылар ансамбле (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Үмәрғәлина), сәсәндәр һәм бейеүселәр сығыш яһай. Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов. Сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә. Фотолар – Республика халыҡ ижады үҙәге һәм "Башинформ".