Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Асыҡ фекер алышыу булды

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы аудиториялары бина тултырып яңғыраған моңло тауыштарҙы ишеткәне булмағандыр. Ә бына кисә бында белем алғандарға, уҡытыусыларға, башҡа хеҙмәткәрҙәргә ундай мөмкинлек тәтене. Ни өсөн тигәндә, академияла Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына дәғүә итеүселәрҙең конкурс эштәре буйынса йәмәғәт фекер алышыуҙары үтте. Эштәре тиеү генә ҡоро ла яңғырайҙыр, сөнки бында ысын мәғәнәһендә ижади заттар йыйылғайны. Сараны академия ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Шамил улы Бадранов асты. Ул Ш. Бабич премияһының лауреаттарға артабан ижад итергә илһам биреүе тураһында әйтте, дәғүәселәргә уңыштар һәм фекер алышыуҙарҙың файҙалы, ҡыҙыҡлы үтеүен теләне. Мәртәбәле премияға дәғүә итеүселәр араһынан был көндө сәнғәт буйынса өс номинант үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы. Земфира Рәшитова – “Башҡортостан” дәүләт концерт залы солист-вокалисы, “Хазина” этно-төркөмөн ойоштороусы, уға етәкселек итеүсе. Ш. Бабич премияһына ул баш

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы аудиториялары бина тултырып яңғыраған моңло тауыштарҙы ишеткәне булмағандыр. Ә бына кисә бында белем алғандарға, уҡытыусыларға, башҡа хеҙмәткәрҙәргә ундай мөмкинлек тәтене. Ни өсөн тигәндә, академияла Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына дәғүә итеүселәрҙең конкурс эштәре буйынса йәмәғәт фекер алышыуҙары үтте. Эштәре тиеү генә ҡоро ла яңғырайҙыр, сөнки бында ысын мәғәнәһендә ижади заттар йыйылғайны. Сараны академия ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Шамил улы Бадранов асты. Ул Ш. Бабич премияһының лауреаттарға артабан ижад итергә илһам биреүе тураһында әйтте, дәғүәселәргә уңыштар һәм фекер алышыуҙарҙың файҙалы, ҡыҙыҡлы үтеүен теләне. Мәртәбәле премияға дәғүә итеүселәр араһынан был көндө сәнғәт буйынса өс номинант үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы. Земфира Рәшитова – “Башҡортостан” дәүләт концерт залы солист-вокалисы, “Хазина” этно-төркөмөн ойоштороусы, уға етәкселек итеүсе. Ш. Бабич премияһына ул башҡорт музыка мәҙәниәтен һаҡлауға ,үҫтереүгә ,популярлаштырыуға индергән өлөшө һәм “NAZA”музыкаль альбомы өсөн дәғүә итә. – Дамир Тайыпов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күп конкурстарҙа еңеү яулаусы. Уның профессиональ йәһәттән ҡаҙаныштары һәм вокал сәнғәте өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалауҙағы тос хеҙмәте – премияға дәғүә итеүселәр исемлегендә. – Әлиә Исҡужина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Ул премияға профессиональ башҡорт академия вокаль музыкаһын популярлаштырғаны һәм халыҡты башҡорт музыка мәҙәниәтенә йәлеп иткәне өсөн тәҡдим ителгән. “Хазина” төркөмө халыҡ музыка ҡоралдарында уйнап, йырлап һоҡландырҙы, Әлиә Исҡужина һәм Дамир Тайыповтың көслө, баҙыҡ тауыштары залды яңғыратып, йыйылыусыларҙы таң ҡалдырҙы. Дәғүәселәрҙең һәр ҡайһыһы туған мәҙәниәтенә булған тәрән һөйөүен, уның боронғолоғона һаҡсыл ҡарашын күрһәтте, сығыштары менән халыҡ гәүһәрҙәренә һоҡланыу уятты. Аудиторияла йыйылыусылар араһында йәштәр күп ине, уларҙың халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы ихлас ғәжәпләнеп, ихтирам менән ҡабул итеүе премияға дәғүә итеүселәрҙең ижад көсөнә, талантына сағыу дәлил булды. Сарала ҡатнашыусылар артистарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе һәм төплө, ихлас яуаптар ишетеүҙән ҡәнәғәт ҡалды. Йомғаҡлап әйткәндә, был асыҡ тыңлауҙар конкурста ҡатнашыусыларҙың юғары һөнәри кимәлен дә, һайлап алыуҙың ғәҙеллеген дә раҫланы. Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА. Фото: Дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһының матбуғат хеҙмәте.