Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Үрге Тәтешлелә һыу проблемаһы хәл ителде

Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында магистраль һыу селтәрҙәрен капиталь ремонтлау тамамланды. Был саралар “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарылды, тип хәбәр итә Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы. Ремонт барышында, 21 километр оҙонлоғонда заманса полиэтилен торбалар һалынды. Был эш һыу биреүҙең сифатын, ышанысын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Торбаларҙы алмаштырыуҙан тыш инфраструктура 186 тимербетон ҡарау ҡоҙоҡтары, 22 янғын гидранттары менән тулыланған. Был ауылды янғын хәүефһеҙлеге яғынан да нығытсаҡ. -Эш тамамланғас, 5245 кеше сифатлы һәм өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин ителде. Был Үрге Тәтешле ауылының 79 проценты, – тине Башҡортостандың торлаҡ –коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова. “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан”

Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында магистраль һыу селтәрҙәрен капиталь ремонтлау тамамланды. Был саралар “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарылды, тип хәбәр итә Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы. Ремонт барышында, 21 километр оҙонлоғонда заманса полиэтилен торбалар һалынды. Был эш һыу биреүҙең сифатын, ышанысын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Торбаларҙы алмаштырыуҙан тыш инфраструктура 186 тимербетон ҡарау ҡоҙоҡтары, 22 янғын гидранттары менән тулыланған. Был ауылды янғын хәүефһеҙлеге яғынан да нығытсаҡ. -Эш тамамланғас, 5245 кеше сифатлы һәм өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин ителде. Был Үрге Тәтешле ауылының 79 проценты, – тине Башҡортостандың торлаҡ –коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова. “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.