Стәрлебаш районынан махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан “Марсик” позывнойлы яугир менән уның тыуған яҡтарында күрештек. Төплө егет икәне күренеп тора, үҙе тураһында ла артыҡ һөйләп бармай. Өс йыл махсус хәрби операцияла булыуы осоронда алты тапҡыр ялға ҡайтып өлгөргән. Унда уға бик яуаплы бурыс йөкмәтелгән, “Марсик” ҡоралланыу буйынса командир ярҙамсыһы. –Был ваҡыт эсендә яҡшы итеп ҡорал менән мөғәлләмә итергә өйрәндем.Ҡоралды һүтеп, ундағы төҙөкһөҙлөктө таба һәм йүнәтеп йыя беләм. Был бурысым миңә бик оҡшай, – тип һөйләп алып китте һалдат. Йәштән уның һөнәре техника менән бәйле. Тәүҙә Стәрлебаш ауылындағы 107-се һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәренә белем ала. Уны тамамлағас, әрме сафтарына саҡырыла. Адыгея республикаһында 33-сө тау разведкалау бригадаһында, БТР водителе булып хеҙмәт итә. Йәштән спорт менән шөғөлләнгән ауыл егетенә һалдат хеҙмәтен үтеү бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай. Һуңынан хеҙмәт юлын Себер тарафтарында дауам итә. Каток машинисы булып эшләй. Тәжри