Күҙ тейә тигәнгә Мәҙинә элек иғтибар ҙа итмәй тоғайны, ләкин үҙенә төбәп, “Һинең күҙең ҡаты, һоҡланып ҡарама” тип йыш ҡабатлағастар, был һүҙҙәр уны уйландыра башланы. Әле студент сағында йәйге каникулға ҡайтҡанында әсәһе көтөп ултырған бәпкәләргә ҡарап “Эй, шул тиклем дә матурҙар бит әле“ тип әйтеүе булды, бер нисәүһе сәбәпһеҙгә ятып үлде. Әсәһенең сәскә атҡан гөлөнә һоҡланып та, тиҙҙән уның ҡороуы тураһында ишетте. -Ниңә һоҡланаһыңдыр инде, күҙең ҡаты икәнен беләһең бит, – тип әсәһенең шелтәләгәне әле лә хәтерҙә. Күңелендәге һоҡланыу хистәрен тыя алмай һеңлеһен дә шулай бер үпкәләткәйне. Туғаны, үҙенә килешеп торған аҡһыл күлдәк кейеп, ҡунаҡҡа йыйынған сағында: –Ҡайһылай үҙеңә килешеп тора, яңы алдыңмы күдәгеңде? Бигерәк матур булған бит, – тип оҙатып ҡалғайны Мәҙинә. Ҡунаҡҡа киткән ерендә яңы буялған эскәмйәгә ултырып, күлдәген эшлектән сығарып, кәйефе боҙолоп ҡайтып керҙе шул саҡ һеңлеһе. Мәҙинә йәнә үҙенә ҡарата битәр ишетте. Кейәүгә сығып, балалар тапҡас та, саҡ ҡына сабыйҙарына һ