Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

58 йыл элек хат ҡалдырған Әхмәт Йәнбәков менән эксклюзив әңгәмә

Салауат Юлаев һәйкәленең постаменты аҫтынан табылған шешә эсендәге яҙыу күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. “Урынлаштырған саҡта бында Йәнбәков Әхәт, Исмәғилев Ирмәк, Вәлиев Азамат булды. Бөтәһе лә Баймаҡтан. 13.05.1967” тип яҙылған был ҡағыҙҙа. Кемдәр улар киләсәккә сәләм-хат ҡалдырыусы егеттәр, тигән һорауға яуап табыу маҡсатында уларҙың үҙҙәрен, туғандарын, балаларын эҙләй башланыҡ. Егеттәрҙең береһе – Әхмәт Мырҙағәле улы Йәнбәков иҫән-һау булып, бөгөн Ырымбур ҡалаһы эргәһендәге Ростоши ҡасабаһында йәшәй булып сыҡты. Ул 1940 йылдың 8 сентябрендә Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуған. Йәғни Әхмәт олатай күптән түгел 85 йәшлек юбилейын билдәләгән. Беҙ уның менән телефон аша әңгәмә ҡорҙоҡ, ҡыҙы Әлфиә ғаилә альбомынан иҫтәлекле фотолар менән уртаҡлашты. Әңгәмәсебеҙ йәшлек дәртен һаҡлап ҡалған йор һүҙле, алсаҡ күңелле, ихлас кеше булып сыҡты. ­– Бала сағым бик ауыр осорға тура килде. Мин ғаиләлә һигеҙенсе бала булып тыуҙым. Юҡсыллыҡты ла, аслыҡ-яланғаслыҡты ла кисерҙем. Атайым шахтер ине.

Салауат Юлаев һәйкәленең постаменты аҫтынан табылған шешә эсендәге яҙыу күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. “Урынлаштырған саҡта бында Йәнбәков Әхәт, Исмәғилев Ирмәк, Вәлиев Азамат булды. Бөтәһе лә Баймаҡтан. 13.05.1967” тип яҙылған был ҡағыҙҙа. Кемдәр улар киләсәккә сәләм-хат ҡалдырыусы егеттәр, тигән һорауға яуап табыу маҡсатында уларҙың үҙҙәрен, туғандарын, балаларын эҙләй башланыҡ. Егеттәрҙең береһе – Әхмәт Мырҙағәле улы Йәнбәков иҫән-һау булып, бөгөн Ырымбур ҡалаһы эргәһендәге Ростоши ҡасабаһында йәшәй булып сыҡты. Ул 1940 йылдың 8 сентябрендә Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуған. Йәғни Әхмәт олатай күптән түгел 85 йәшлек юбилейын билдәләгән. Беҙ уның менән телефон аша әңгәмә ҡорҙоҡ, ҡыҙы Әлфиә ғаилә альбомынан иҫтәлекле фотолар менән уртаҡлашты. Әңгәмәсебеҙ йәшлек дәртен һаҡлап ҡалған йор һүҙле, алсаҡ күңелле, ихлас кеше булып сыҡты. ­– Бала сағым бик ауыр осорға тура килде. Мин ғаиләлә һигеҙенсе бала булып тыуҙым. Юҡсыллыҡты ла, аслыҡ-яланғаслыҡты ла кисерҙем. Атайым шахтер ине. Бронь биреүҙәренә ҡарамаҫтан, Бөйөк Ватан һуғышына юлланған, әсәйемдең ҡулында биш бәләкәй бала ҡалған. Өлкән ағайыбыҙ, атай урынына шахтаға эшкә барып, ҙур ғаиләбеҙҙең төп туйындырыусыһына, яҡлаусыһына әйләнде. Нисек кенә ауыр булмаһын, мин бәләкәйҙән белем алырға тигән маҡсат ҡуйҙым. Ете саҡрым, артабан 25 саҡрым араны йәйәү йөрөп уҡыған осорҙар булды. Шулай ҙа һәр ваҡыт гел яҡшы билдәләргә өлгәштем. 1960 – 1963 йылдарҙа Совет армияһы сафында хеҙмәт иттем, ракета ғәскәрҙәрендәге хеҙмәттә лә һәр ваҡыт алдынғы булдым, спортҡа ылыҡтым. Әйткәндәй, спорт менән ғүмер буйы дуҫ булдым, был өлкәлә байтаҡ уңыштарға, еңеүҙәргә өлгәштем. Унан инде, 1964 йылда юғары белем алыу теләге менән Өфөгә юлландым. Һеҙ ҡыҙыҡһынған ваҡиға тап шул осорҙа, мин Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡып йөрөгән йылдарҙа, булды, – тип хәтер йомғағын һүтте Әхмәт Мырҙағәле улы. Эйе, әлбиттә, беҙҙе тап ошо ваҡиғаның нисек, ниндәй шарттарҙа булыуы ла ҡыҙыҡһындыра ине. Был хаҡта әңгәмәсем бик ҡыҙыҡлы, йәнле итеп, бына нимәләр һөйләне. – 1967 йылдың майының матур бер көнөндә беҙ өс Баймаҡ егете – Ирмәк Исмәғилев, Азамат Вәлиев һәм мин осраштыҡ. Ирмәк менән электән үк дуҫтар инек, ул педагогия училищеһында рәссамлыҡҡа уҡып йөрөй ине. Ағиҙел ярында яңы төҙөлөп ятҡан Салауат Юлаев һәйкәлен ҡарап килергә булдыҡ. Һәйкәл үҙе урынлаштырылған, ә эргә-тирәһендәге эштәр дауам итә ине. Беҙ бер шешә табып алып, ҡағыҙға әлеге яҙыуҙы яҙып, батырҙың атының өҫкә күтәрелеп торған тояғы тәңгәлендәге тишеккә төшөрҙөк. Ул тишек артыҡ ҙур түгел, түңәрәк кенә, тап шул шешә һыймалы ине. “Ҡасан да булһа – йөҙ, бәлки, мең йылдан кемдәрҙер ошо яҙыуҙы табып уҡырмы икән?” – тип көлөштөк. Бына бит, был ваҡиғаны үҙемә лә күрергә яҙған булған, – ти Әхмәт олатай, рәхәтләнеп көлөп. Әйткәндәй, ни өсөн әңгәмәсебеҙҙең ысын исеме – Әхмәт, ә теге яҙыуҙа Әхәт булыуын да белештек. “Ул заманда исемдәрҙе үҙгәртеү, ҡыҫҡартыу модала ине. Мин дә үҙемде башлыса Әхәт тип таныштыра торғайным”, – тип яуапланы ул. “Был ваҡиға, йәғни һәйкәл аҫтына яҙыу ҡалдырыуығыҙ тураһында яҡындарығыҙ белә инеме?” – тигән һорауҙы ла бирҙек. – Әлбиттә, белә ине, туғандарға ла, балаларға ла һөйләгәнем булды. Әле бына яҙыу табылғас, көтмәгәндә, бәләкәй генә булһа ла дан ҡаҙанып, билдәле булып киттем бит, – тип шаяртып та алды Әхмәт Мырҙағәле улы. – Ә инде етди итеп әйткәндә, был ваҡиғаға әһәмиәт биреүҙәре өсөн рәхмәтлемен. Ниндәйҙер шешә ята тип, ситкә ташлап ҡуймағандары өсөн иң тәүҙә төҙөүселәргә афарин! Яҙыуға тарихи мәғәнә биргән етәкселеккә лә, ҡыҙыҡһынған журналистарға ла рәхмәт. Олоғайған көнөмдә бындай иғтибар, әлбиттә, ҡыуаныслы ла, тулҡынландырғыс та. Бөгөн Әхмәт Мырҙағәле улы тормош юлдашы Зөбәржәт Вәли ҡыҙы менән матур ғүмер кисерә. Тормош юлдашы – Ырымбур өлкәһенең Бикҡол ауылы ҡыҙы. Ул оҙаҡ йылдар яуаплы урындарҙа баш бухгалтер булып эшләгән, ә Әхмәт олатай “Газпром” предприятиеһында фиҙакәр хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан. Улар ҡыҙҙары Әлфиәгә, улдары Рөстәмгә матур тәрбиә биргән. Бөгөн инде бәхетле ҡартатай менән өләсәйҙең йыуаныс-ҡыуанысы булып, ейәндәре Әмир, Таир, ейәнсәрҙәре Руслана һәм Рената үҫә. "Хәрәкәттә - бәрәкәт" тип йәшәй Әхмәт Мырҙағәле улы. Әрме хеҙмәтендә үк йүгереү буйынса - 1-се, саңғыла - 2-се, атыу буйынса 3-сө разрядҡа эйә, ҡалҡыныу буйынса чемпион булып танылған уҙаман ғүмер буйына спортҡа тоғролоҡ һаҡлай, хеҙмәт йылдарында марафонсы булып таныла. Бөгөн дә көн һайын физзарядка эшләй. "Оҙон ғүмер кисереүемдең бер сере һәр ваҡыт тормошҡа ыңғай ҡарауымда, көр күңел менән йәшәүемдә булһа, икенсеһе - хәрәкәт һәм спорт", - ти ул. Форсаттан файҙаланып, ул яҡташтарына, "Башҡортостан" гәзитенең дуҫтарына ихлас һәм ҡайнар сәләмдәрен юлланы. Гөлдәр Яҡшығолова әңгәмәләште. Фотолар: Әхмәт Йәнбәковтың шәхси альбомынан. ИҒТИБАР! Мәҡәләне күсереп баҫҡанда авторын күрһәтеү һәм "Башҡортостан" гәзитендәге төп сығанаҡҡа актив һылтанма биреү мотлаҡ! Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!