Евразия фәнни-белем биреү үҙәге Халыҡ-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев рәйеслегендә Дәүләт Йыйылышы депутаттары менән осрашыу булды. Сара темаһы яҡындағы өс йылда республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә һәм бюджетына прогноз параметрҙарын ҡарау булды. Был хаҡта Премьер-министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә хәбәр итте. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының белдереүенсә, бындай осрашыуҙар матур йолаға әүерелгән. Был бюджетты планлаштырыу һәм республика үҫеше перспективалары кеүек көнүҙәк, ҡатмарлы фекерҙәр менән аралашыу мөмкинлеген бирә. - Депутаттар корпусына закон башланғыстарына булышлыҡ иткәне һәм республика Хөкүмәте менән һөҙөмтәле эш иткән өсөн рәхмәт белдергем килә. Тап ошондай конструктив һөйләшеү һөҙөмтәлерәк һәм уйланылған ҡарарҙар сығарырға булышлыҡ итә, - тине Андрей Назаров. Константин Толкачев үҙенең сығышында Рәсәйгә тышҡы сәйәси йоғон