Өфөлә студент төҙөлөш отрядтары ветерандарының 25-се слеты булды. Сара “Ниндәй йәш булғанбыҙ беҙ...” тип аталған уникаль фотокүргәҙмәнән башланды. Уны “Зоркий” легендар фотохәбәрселәр отряды ойоштороп, студенттар тормошонан сағыу тарихи кадрҙар тәҡдим итте: заводтар төҙөү, баҫыуҙарҙа бесән әҙерләү, һарыҡ ҡырҡыу, сабыйҙар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе ҡарау... Араларында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, ул саҡта интернациональ отряд командиры булараҡ, Нефтекамалағы төҙөлөш майҙансығында эшләп йөрөгәнен сағылдырған фотоһүрәт тә бар. “Зоркий” фотоотряды комиссары, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Әнүәр Ғәлиев билдәләүенсә, “Зоркий” Советтар Союзында берҙән-бер фотоотряд булған. “Уны 1982 йылда фоторәссам Рафаэль Исламов менән отрядтың өлкә штабы командиры урынбаҫары Роберт Ваһапов ойошторҙо, – тип һөйләне ул. – Отряд ағзалары, Өфөләге 78-се училищеның иң яҡшы студенттары тотош йәйҙе командировкаларҙа үткәреп, республиканың төп гәзиттәре өсөн репортаждар әҙерләй ине”. Роберт Ваһапов та “