Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Халыҡтар берҙәмлеге – цивилизацияның йөҙө

Рәсәй Президент Владимир Путин рәйеслегендә үткән Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында илебеҙҙең киләсәк үҫешен билдәләгән, нигеҙен нығытҡан мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Донъя кимәлендә барған сәйәси ваҡиғалар, сыуалыштар заманында илебеҙҙә берҙәмлекте нығытыу һәм граждандар йәмғиәте менән эшләү айырыуса мөһим. Президент Владимир Путин 2026 йылды Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан итеү тәҡдимен хуплап, Халыҡтар берҙәмлеге көнө – 1612 йылғы батырлыҡ тураһында хәтер генә түгел, ә милли берҙәмлектең ҡиммәтенә бәйле мәңгелек һабаҡ, тип белдерҙе. Бөгөн был берҙәмлекте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар күрһәтә, тип билдәләне ул. Президент, Рәсәй дошмандары милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе хәлде ҡаҡшатыу өсөн “ҡорал” итеп маҡсатлы ҡуллана, был саҡырыуҙарға яңы стратегияла тейешле яуап бирелергә тейеш, тип белдерҙе. Төп һөҙөмтә: 2026 - 2036 йылдарға Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһының яңы редакцияһын әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уның төп өҫтөнлөктәре лә бил

Рәсәй Президент Владимир Путин рәйеслегендә үткән Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында илебеҙҙең киләсәк үҫешен билдәләгән, нигеҙен нығытҡан мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Донъя кимәлендә барған сәйәси ваҡиғалар, сыуалыштар заманында илебеҙҙә берҙәмлекте нығытыу һәм граждандар йәмғиәте менән эшләү айырыуса мөһим. Президент Владимир Путин 2026 йылды Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан итеү тәҡдимен хуплап, Халыҡтар берҙәмлеге көнө – 1612 йылғы батырлыҡ тураһында хәтер генә түгел, ә милли берҙәмлектең ҡиммәтенә бәйле мәңгелек һабаҡ, тип белдерҙе. Бөгөн был берҙәмлекте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар күрһәтә, тип билдәләне ул. Президент, Рәсәй дошмандары милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе хәлде ҡаҡшатыу өсөн “ҡорал” итеп маҡсатлы ҡуллана, был саҡырыуҙарға яңы стратегияла тейешле яуап бирелергә тейеш, тип белдерҙе. Төп һөҙөмтә: 2026 - 2036 йылдарға Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһының яңы редакцияһын әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уның төп өҫтөнлөктәре лә билдәләнде: Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөнә бер үк ваҡытта булышлыҡ итеп, рус халҡының дәүләт барлыҡҡа килтереүсе булараҡ берләштереүсе ролен нығытыу. Йәштәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләүгә, төбәк өлөшөнә һәм координация органы статусын Хөкүмәт комиссияһына тиклем күтәреүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Мәғлүмәт хәүефенә ҡаршы тороу, был йәһәттән көрәште көсәйтеү мөһим. Татьяна Голикова һәм башҡа ҡатнашыусылар үҙ сығыштарында милләт-ара ыҙғыш ҡуҙғатыуға йүнәлтелгән ялғанлыҡтар, мәғлүмәти һөжүмдәр ҡырҡа артыуы тураһында белдерҙе. Быға яуап итеп, яңы күҙәтеү һәм тиҙ яуап биреү системалары булдырыу, шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының мәҙәни байлығын һаҡлау, берҙәмлеген нығытыу өсөн креатив индустрияларҙы (этноблогтар, заманса музыка, дизайн) әүҙем үҫтерергә тәҡдим иттеләр. Шулай уҡ Граждандар йәмғиәте институттарының, мәҫәлән, Милли-мәҙәни автономиялар, Рәсәй халыҡтары йорто, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы эшенең илдәге граждандарҙың үҙенсәлектәрен, асылын һаҡлауҙа, нығытыуҙа мөһимлеге билдәләнде. Мәҙәниәтте, телдәрҙе сәйәсәт нигеҙе булараҡ яҡлау йәһәтенән эштәргә йомғаҡ яһалды: матди булмаған этномәҙәни байлыҡ реестрын булдырыу, милли театрҙар һәм музейҙарға ярҙам итеү, туған телдәрҙә дәреслектәр баҫтырыу. Ике яңы байрам – Аҙ һанлы аҫаба халыҡтар көнө һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө булдырыу тураһында ҡарар ҙа - ил халыҡтарының үҙенсәлекле төрлөлөгөн һаҡлауға ынтылыш билдәһе, дәүләттең стратегик өҫтөнлөгө, милли сәйәсәт нигеҙе. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов белдереүенсә, милли телдәрҙе үҫтереү, һаҡлау эше беҙҙең республикала күптән алып барыла, ә инде ил кимәлендә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө булдырылыуы төбәктә алып барылған йүнәлештең дөрөҫлөгөн раҫлай. – Беҙҙәге халыҡтар берҙәмлеге, дуҫлығы – цивилизация йөҙө. Әлбиттә, яңыраҡ Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө иғлан ителеүе ҡыуаныслы яңылыҡ булды. Ул бик ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙҙең башҡорттар ҡоролтайы, республика тарафынан телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү буйынса күп эш башҡарыла. Был йүнәлеш бөгөн генә башламаны, ул йылдар дауамында алып барыла. Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан 2019 йылда Башҡорт теле көнө иғлан ителде. Был - беҙҙең Рәсәй дәүләтенең ғәҙәти милли сәйәсәт йүнәлеше. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо тәҡдимде тулыһынса хупланы һәм 2020 йылды Башҡорт теле йылы итеп иғлан итте. Унан тыш, йыл һайын ҙур йәмәғәт саралары уҙғарыла. Көнүҙәк мәсьәләләргә иғтибар итеп, оло әһәмиәткә эйә йүнәлештәрҙе бойомға ашырабыҙ – кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр менән эшләү, тел мөхитен үҫтереү, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү. Был башланғыстарыбыҙ, әлбиттә, Радий Хәбиров тарафынан да хуплау таба. Йыл һайын 14 декабрҙә, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, ошо сараларға, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, алдыбыҙға яңы бурыстар ҡуябыҙ, – тине Юлдаш Мөхәмәт улы. Автор фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan