Баймаҡ районының Билал ауыл биләмәһенә ҡараған Өмөтбай, Баймырҙа, Һәмән, Күгиҙел һәм Билал ауылдары күрше Әбйәлил районы менән сиктәш һәм биләмә янынан Өфө – Амангилде –Йылайыр автомобиль юлы үтә. Тап ошо биләмәнән Әбйәлил районы Әхмәт ауылынан башланған Һаҡмар йылғаһы аға. Шуға күрә ауыл халҡының иң төп борсоған проблемаларының береһе –күперҙәрҙең төҙөк булмауы. Өмөтбайҙар бер нисә тапҡыр был мәсьәләне күтәреп тә ҡарай, әммә һөҙөмтә булмай. Өмөтбай ауылында 15 йылға яҡын староста булып эшләгән Зиннур Көмөшбаев үткән йылда район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов халыҡ менән булған осрашыуҙа өмөтбайҙар тарафынан Бүреле йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөү район планына кертелеп, уның сафҡа инмәүе хаҡында белдерҙе. Азамат Сәфәрғәле улы шәхсән барып, Бүреле күперен барып ҡараны һәм ярҙам итәсәген белдергәйне. Тәүҙәрәк эштәр яҡшы уҡ башланып та китә. Күперҙе сафҡа индереү бурысы Макаров етәкләгән йәмғиәткә тапшырыла. Улар Бүреле күперенә тимер ҡулсалар ултырта, аҫты, нигеҙе тулыһынса нығытыла
Бүреле күперендә ваҡытлыса төҙөкләндереү эштәре башланды
10 ноября 202510 ноя 2025
2 мин