Ишбирҙе ауылы халҡы ауыл янындағы шишмәләргә ҙур иғтибар бүлә. Ошо көндәрҙә “Сәләмәт ауыл” проекты сиктәрендә улар Йылҡы йылғаһы ҡоҙоғона реконструкция эшләне. Ҡоҙоҡтоң тирә яғы кәртәләнде һәм сағыу итеп буялды. Һыу йәшәү сығанағы булараҡ барлыҡ ҡоҙоҡтар ҙа таҙалыҡта һәм тәртиптә булыуы мөһим. Ҡоҙоҡто ремонтлаусы егеттәрҙең һәм буяуҙа ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәте ихтирамға лайыҡ.
Ишбирҙе ауылы халҡы ауыл янындағы шишмәләргә ҙур иғтибар бүлә
10 ноября 202510 ноя 2025
~1 мин