Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Күмертау тимер юл вокзалы биләмәһен танымаҫһың да!

Яңыраҡ Күмертау ҡалаһында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә тимер юл вокзалы яны майҙанын үҙгәртеп ҡороу тамамланды. 1951 йылдан ҡаланың «ҡапҡаһы» булған һәм уның үҫешендә төп роль уйнаған тарихи әһәмиәтле территория яңы ҡиәфәт алды һәм ҡалабыҙҙың йәмле бер мөйөшөнә әйләнде. Хәҙер бында юлдарға һәм тротуарҙарға яңы асфальт түшәлеп, бордюрҙар, юл билдәләре һәм боллардтар ҡуйылған, газондар менән йәшел зоналар булдырылған, заманса эскәмйәләр, урналар, йыһазландырылған контейнер майҙансығы һәм яңы туҡталыш павильоны барлыҡҡа килгән. «Мин Күмертауҙы яратам» яҡтылыҡ композицияһы ла был урынды биҙәп тора. Хәүефһеҙлеккә лә айырым иғтибар бирелгән. Территория тәүлектең ҡараңғы ваҡытында тулыһынса яҡтыртыла, видеокүҙәтеү алып барыла. Шулай уҡ бында уңайлы йәйәүлеләр зонаһы булдырылған һәм транспорт хәрәкәте ҡулайлаштырылған. Тимер юл вокзалы – ул ҡалабыҙға килеүселәрҙең тәүге күргән урыны. Шуға ла уның матур булыуы бик мөһим. Хәҙер во

Яңыраҡ Күмертау ҡалаһында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә тимер юл вокзалы яны майҙанын үҙгәртеп ҡороу тамамланды. 1951 йылдан ҡаланың «ҡапҡаһы» булған һәм уның үҫешендә төп роль уйнаған тарихи әһәмиәтле территория яңы ҡиәфәт алды һәм ҡалабыҙҙың йәмле бер мөйөшөнә әйләнде. Хәҙер бында юлдарға һәм тротуарҙарға яңы асфальт түшәлеп, бордюрҙар, юл билдәләре һәм боллардтар ҡуйылған, газондар менән йәшел зоналар булдырылған, заманса эскәмйәләр, урналар, йыһазландырылған контейнер майҙансығы һәм яңы туҡталыш павильоны барлыҡҡа килгән. «Мин Күмертауҙы яратам» яҡтылыҡ композицияһы ла был урынды биҙәп тора. Хәүефһеҙлеккә лә айырым иғтибар бирелгән. Территория тәүлектең ҡараңғы ваҡытында тулыһынса яҡтыртыла, видеокүҙәтеү алып барыла. Шулай уҡ бында уңайлы йәйәүлеләр зонаһы булдырылған һәм транспорт хәрәкәте ҡулайлаштырылған. Тимер юл вокзалы – ул ҡалабыҙға килеүселәрҙең тәүге күргән урыны. Шуға ла уның матур булыуы бик мөһим. Хәҙер вокзал яны майҙаны транспорт үҙәге генә түгел, ә ял итеү, фотосессиялар һәм ҡаланың тарихи ҡиәфәте менән танышыу өсөн заманса йәмәғәт майҙаны булып тора. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: - Төҙөлөш Башҡортостан иҡтисадының төп секторҙарының береһе булып ҡала. Төбәк төҙөлөш өлкәһен әүҙем үҫтерә, 180 меңдән ашыу кешегә эш урындары тәьмин итә. 2022 йылда башҡарылған эштәр күләме 480 миллиард һумдан ашып китә, был уҙған йылдан 8 процентҡа күберәк. Был төбәккә Рәсәйҙә төҙөлөш буйынса тәүге унау иҫәбенә инергә һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләргә мөмкинлек бирҙе. Римма АРЫҪЛАНОВА, Күмертау педагогия колледжы уҡытыусыһы: - Һуңғы йылдарҙа республиканың район-ҡалаларында яңы төҫ алған йәмәғәт урындары, булдырылған уңайлы шарттар күҙгә күренеп арта. Ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бығаса таныш район үҙәктәренә, ҡалаларға барғанда ла, беренсе тапҡыр сәйәхәт ҡылған урындарҙа ла яҡшы күренә. Тимер юл вокзалы алды элек асфальт түшәме аҡтарылып, ямғыр яуһа соҡор-саҡыры күләүеккә тулып ята торғайны. Хәҙер такси туҡтар өсөн ҡулайлы урындар ҙа бар. Күмертау ҡалаһының күркәмләнә барыуы хаҡында республика халҡынан ғына түгел, ситтән килгән ҡунаҡтарҙан да ишетергә мөмкин. Тотош Башҡортостанда, шулай уҡ беҙҙең райондағы ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр республика етәксеһе Радий Хәбировтың эшмәкәрлегенә, уның ҡарарына һәм тәҡдименә ярашлы барлыҡҡа килә. Беҙҙән иһә булдырылғанға хөрмәт менән һаҡсыл ҡараш талап ителә. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!