Борон-борондан алама көстәр менән, сихыр менән эш иткән кешеләр булған. Сихыр эләккән кеше ауырыуға һалышыр, ялғышып һөйләшер, ғаиләлә татыулыҡ китер, малтыуар ҡырылыуға сәбәп булыр. Был михнәттән, алама көстәрҙән һаҡланыу өсөн элек-электән Дим буйында, мең башҡорттарында, көрәшеү сараларын күргәндәр: Өйгә керер ерҙә буҫағала ат дағаһы беркетелеп ҡуйылған. Бындай өй доғалы була. Аллаһы тәғәлә уның хужаларын ҡара көстәрҙән һаҡлар, насар ниәттәге кешеләрҙең уйҙары шул урында ҡалыр. Иҙән йыуғанда дағаның ҡырыйын һөртөп алғанда: “Бисмиллаһир-рахманир-рахим, Аллаҡайым доғаларының көсө артып, ғаиләм, йорт-ҡура, малтыуарҙарымды имен-аман һаҡлаһын”, тип әйтергә. Өйҙөң кергән яғынан, өй эсе яҡлап, ишек башына "Аятел көрси" элеү мотлаҡ. Алама көстәрҙән, алама уйлы кешеләрҙең уйҙары ишектең тыш яғында ҡалыр. Һәр тәҙрә, ҡашаяҡ башына ҡөръән сүрәләренең берәр аяттарын беркетеүҙең дә файҙаһы күп. Ишек алдында, кергән кешегә күренерлек итеп, артыш ултыртыуҙың файҙаһы бик ҙур: насар ниәттәге кешенең к