🍁♻Ауыл ырымдары ❗ Кемдер йортон ремонтлай башлаһа, тимәк, тиҙҙән уларҙа туй була. ❗ Көтөүҙөң беренсе көнөндә ниндәй йорттан ҡырҡылған һарыҡтар сыға, шул йортта йәшәүселәр – иң эшлекле. ❗ Кемдең картуфлығында ҡый үҫмәй, шуның ейәндәре күп. ❗ Күршең ул тиклем күп еләкте ҡайҙан йыйғанын әйтһә, тимәк, ул урында башҡа еләк юҡ. ❗ Сағыу төҫтәргә буялған ауылда, ғәҙәттә, быйыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” үткән була. ❗ Ауылда һәр өй эргәһендә еңел машина ултырһа, тимәк, ул ауылға автобус йөрөмәй. ❗ Ауылдың һәр өйөндә трактор булһа, тимәк, унда эш юҡ. ❗ Унда йәшәмәһәң дә ауылдың бөтә яңылыҡтарын белһәң, тимәк, ауылдың чатын асҡандар. ❗ Йәй көнө ауыл бала-саға менән тула икән, тимәк, унда ҡарт-ҡоро ғына ҡалған. ❗ Ҡыш йортҡа юл ни тиклем тар көрәлгән – унда шул тиклем өлкән йәштәге кеше йәшәй. ❗ Ауыл урамында тауыҡтар иркен йөрөһә, тимәк, унда уҫал эттәр юҡ. ❗ Кемдер аҙна уртаһында мунса яҡһа, тимәк, уларға йә ҡунаҡ килә, йә үҙҙәре ҡунаҡҡа йыйына. ❗ Ямғыр яуһын тип доға ҡылһалар, тимә