Бөгөн һатыу кәштәләрендә боронғо ысул менән етештерелгән талҡанды йыш осратырға мөмкин. Уның етештереүселәре лә бихисап, тәме лә төрлөсә. Әммә милли ризыҡты тап боронғоса, үҙенә генә хас алымдар менән ҡыҙҙырып, уны ағас тирмәндә тартып эшләгән талҡандың тәме лә, шифаһы ла, көсө лә башҡаса. Шуныһы ҡыуаныслы: боронғо кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡлаусыларҙы, талҡан эшләүселәрҙе арабыҙҙа осратырға мөмкин әле. Шундай оҫталарҙың береһе - Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән Гөлсирә Хамматова. Талҡан - туҡлыҡлы, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған ризыҡ. Ул хатта итте алмаштырған, шуға күрә үҙен алыҫ походтарға алыр булғандар. Был милли ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умыртҡалыҡ ауырыуҙарының ни икәнен дә белмәгән. Ысынлап та, үҙенсәлекле ризыҡтың файҙаһы бик күп. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй, сөнки шыттырылған бойҙайҙың туҡлыҡлы матдәләренең бөтә запасы 90 процентҡа ҡулланыуға яраҡлы әҙер формаға әйләнә: аҡһымдар – аминокислотаға, крахм