“Гусь 2.0” фестиваленең гастрономия һәм сауҙа майҙансыҡтарында ҡатнашыу өсөн ғариза йыялар. 5-6 декабрҙә Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр “Гусь 2.0” фестивале үткәрелә. Сара Салауат Юлаев исемендәге скверҙа ойошторола һәм төрлө тематик майҙансыҡтарҙы берләштерә. Улар араһында һөнәр (сауҙа) һәм гастрономия зоналары була. Ойоштороусылар фестивалдең гастрономия майҙансығында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итә. Форматтар, донъя аш-һыуы һәм оригиналь концепциялар менән эксперимент үткәрергә теләгән йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары саҡырыла. Кулинарҙар өсөн мотлаҡ шарт: һәр ҡатнашыусының менюһында ҡаҙ булһын. Ғаризаны биреү өсөн түбәндәге һылтанма буйынса онлайн-форманы тултырырға кәрәк: https://forms.gle/trZnrkWbjj2QrwGB9. Һорауҙар булһа, түбәндәге телефон буйынса шылтыратығыҙ: 8(3473)24-52-83 - Ольга Владимировна Арыҫланова. Сауҙа майҙансығы ла шәп буласаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн фестиваль темаһы буйынса аҙыҡ-түлектәрҙе тәҡдим итергә әҙер булған фермерҙар, ауыл хужалығы предприятиелары саҡырыла.