Күптән түгел уҙған Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин киләһе 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеү тураһында тәҡдимде хуплауын белдерҙе. Был башланғысты беҙҙең республикала ла хуплап ҡаршы алдылар. Ошо хаҡта фекерҙәре менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов уртаҡлашты. – Илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың уникаль күп төрлөлөгөн һаҡлау – ул беҙҙең стратегик өҫтөнлөгөбөҙ. Заман ниндәй генә яңы һынауҙар ҡуймаһын һәм ҡатмарлы саҡырыуҙар ташламаһын, беҙ уларға берҙәмлегебеҙ, ауыр саҡта туплана белеүебеҙ менән лайыҡлы яуап бирә киләбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: был берҙәмлекте бер кем дә көсләп таҡмай, ул халыҡтың үҙенән килә, йәғни дуҫлыҡ, татыулыҡ, кәрәк саҡта бер-береңә иңеңде ҡуйыу тойғоһо аңыбыҙға ла, ҡаныбыҙға ла һенгән. Күп милләтлелек – ул бөгөнгө цивилизациялы Рәсәйҙең йөҙө. Шуға күрә илебеҙ халыҡтарының милли үҙенсәлектәрен, мәҙәниәттәрен һәм телдәрен һаҡлау дәүләтебеҙ өсө
Беҙҙең өҫтөнлөгөбөҙ – милли төрлөлөктө һәм берҙәмлекте һаҡлауҙа
9 ноября 20259 ноя 2025
1 мин