Бөгөн, 20 ноябрҙә, Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың киңәйтелгән осрашыуы үтте. Көн тәртибендә - ведомствоның төбәк менән хеҙмәттәшлек итеүе, шулай уҡ республиканың мәҙәни учреждениеларын яңыртыу мәсьәләләре. Илдең мәҙәниәт министры республикала тармаҡтың һөҙөмтәле эшләүен, атап әйткәндә, профилле учреждениелар – театрҙар, мәҙәниәт йорттары һәм клубтар селтәрен үҫтереүгә комплекслы ҡараш булыуын, шулай уҡ төрлө тематикаға бай, шул иҫәптән балаларға йүнәлтелгән сараларҙың күплеген билдәләне. 2023 йылдың декабрендә Өфөлә Ҡурсаҡ театрын реконструкциялау ошондай алымдың сағыу миҫалы булып тора. 2025 йылдың сентябрендә учреждение базаһында Беренсе “Ҡурсаҡ-фест” халыҡ-ара фестиваль үткән. Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт учреждениеларының төбәк халҡының ижтимағи тормошонда мөһим ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға бәйле объекттарҙы модернизациялауға ҙур иғтибар бүленә. - Республикала 4 меңгә яҡын мәҙәниәт учреждениеһы, уларҙа 11 м