Найти в Дзене

Фирҙәүес апайҙың ойоҡбаштары яугирҙәре йылытыр

Хәйбулла районы халҡы "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" девизы аҫтында сираттағы гуманитар ылауҙы туплау менән мәшғүл. Быҙаулыҡ ауылы инәйҙәре әлеге көндә яугирҙәр өсөн йылы кейемдәр, ойоҡбаштар йыя башлаған. Мәҫәлән, Килдебаева Фирҙәүес апай 15 пар йылы ойоҡбаш бәйләп тапшырған.Махсус операция башланыу менән Фирҙәүес апай үҙенең күңел йылыһын һалып, ваҡытын табып һәр ваҡыт яугирҙәргә ойоҡбаштар бәйләүен дауам итә. Берҙәмлектә - көс! Һуғыштар тиҙерәк тамамланып, һәр яугир үҙ йортона иҫән-һау ғына ҡайтһын, тигән изге теләктә ҡалабыҙ. Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!