Найти в Дзене

Буласаҡ кейәү ҡыҙымды балаһыҙ килеш алырға теләй

Һеҙгә үҙ хәлемде һөйләйем әле. Ҡыҙым 19 йәшендә генә кейәүгә сығып, бер бала менән айырылды. Ире ҡул күтәрҙе. Әлеге көндә 5 йәшлек ҡыҙы бар. Ҡыҙым район үҙәгендә йәшәй, дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй. Атаһы менән тырышып аҡса йыйып, бәләкәй булһа ла фатир һатып алып бирҙек. Үҙе лә тырыша, беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ. Ейәнсәребеҙҙе лә бергәләп үҫтереп киләбеҙ, әммә ҡыҙым баланы баштан үҙе ҡарау яҡлы булды. Фатирлы булыу менән эргәһенә алып, балалар баҡсаһына бирҙе. Бына бер йыл самаһы ҡыҙыбыҙ бер егет менән аралаша. Ул бығаса өйләнмәгән. Был егеткә 28 йәш. Аралары матур ғына ине. Ошоғаса беҙгә лә килеп йөрөнө. Уҡыған, Өфөлә яҡшы ғына эш хаҡы алып эшләй. Өйләнешергә уйлайбыҙ тигәстәр, ныҡ ҡыуандыҡ. Яҡшы кеше тип, ризалығыбыҙҙы бирҙек. Һәр кем балаһының бәхетле, парлы булып йәшәүен теләй бит. Тик... Бер ауыр мәсьәлә килеп сыҡты: буласаҡ кейәү ҡыҙымдың балаһын үҙ янына алырға теләмәүен әйткән. Ҡыҙым, әлбиттә, быға риза булмаған. Аралары бер аҙ боҙолоп тора. “Өйләнешеп, бер-беребеҙгә

Һеҙгә үҙ хәлемде һөйләйем әле. Ҡыҙым 19 йәшендә генә кейәүгә сығып, бер бала менән айырылды. Ире ҡул күтәрҙе. Әлеге көндә 5 йәшлек ҡыҙы бар. Ҡыҙым район үҙәгендә йәшәй, дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй. Атаһы менән тырышып аҡса йыйып, бәләкәй булһа ла фатир һатып алып бирҙек. Үҙе лә тырыша, беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ. Ейәнсәребеҙҙе лә бергәләп үҫтереп киләбеҙ, әммә ҡыҙым баланы баштан үҙе ҡарау яҡлы булды. Фатирлы булыу менән эргәһенә алып, балалар баҡсаһына бирҙе. Бына бер йыл самаһы ҡыҙыбыҙ бер егет менән аралаша. Ул бығаса өйләнмәгән. Был егеткә 28 йәш. Аралары матур ғына ине. Ошоғаса беҙгә лә килеп йөрөнө. Уҡыған, Өфөлә яҡшы ғына эш хаҡы алып эшләй. Өйләнешергә уйлайбыҙ тигәстәр, ныҡ ҡыуандыҡ. Яҡшы кеше тип, ризалығыбыҙҙы бирҙек. Һәр кем балаһының бәхетле, парлы булып йәшәүен теләй бит. Тик... Бер ауыр мәсьәлә килеп сыҡты: буласаҡ кейәү ҡыҙымдың балаһын үҙ янына алырға теләмәүен әйткән. Ҡыҙым, әлбиттә, быға риза булмаған. Аралары бер аҙ боҙолоп тора. “Өйләнешеп, бер-беребеҙгә өйрәнгәнсе, ҡыҙың әсәйең менән атайың янында йәшәп торһон. Мин бит уны бөтөнләй алмайыҡ, тимәйем. Мәктәпкә барыуына ҡарай, бер-ике йылдан, Өфөгә күсереп алырбыҙ. Әлегә икебеҙ генә йәшәгем килә”, тигән. Шулай буламы икән ул? Ҡыҙымды яратҡас, уның балаһын да яратырға, һис юғы ҡабул итергә тейеш, тип уйлайым мин. Бала ла әсәһенән айырылыуҙы бик ауыр кисерәсәк. Балаһын һағынып, ҡыҙымдың да йөрәге өҙөләсәк. Ошоға тиклем барыһы ла яҡшы булды. Ҡыҙыбыҙ: “Ниһайәт, үҙ кешемде таптым”, тип ҡыуана ине. Буласаҡ кейәү ҙә “Гөлсөм” тип өҙөлөп тора ине, ә хәҙер уның балаһын яратмай булып сыҡты... Һеҙ ниндәй кәңәш бирер инегеҙ, әхирәттәр? Бер-ике йылға ейәнсәребеҙҙе үҙебеҙгә алып торорғамы икән? Ә һуңынан баланы күсереп алып та, өйрәнә алмаһа? Ҡыйырһытһа? Ә бала күңелендә мәңгелек яра ҡалһа? Бына ошондай һорауҙар тынғы бирмәй. Һеҙҙән кәңәштәр көтәм. Гөлнара. Нәсих Хәлисов фотоэтюды. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!