Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы һигеҙ йыл эсендә 4,7 миллиард һумлыҡ 501 килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһының барлыҡҡа килеүенә һигеҙ йыл булды. Был ваҡыт эсендә компания үҙен ышаныслы партнер итеп күрһәтте, һөнәр компетенцияларын нығытты һәм баҙарҙа тотороҡло урын биләй. Быға ошо ваҡыт эсендә өлгәшелгәндәр дәлил булып тора: һигеҙ йыл эсендә 4,7 миллиард һумлыҡ 501 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Төп капиталға инвестициялар алты миллиард һум тәшкил иткән. Лизинг ярҙам итеүе “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле алып барыла. - Был йылдар Төбәк лизинг компанияһы өсөн динамик үҫеш осоро булды. Компания коллективын был ваҡиға менән ҡотлайбыҙ һәм артабан үҫеш, яңы проекттар һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ, - тип һөйләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Ҡорамалдар ғына түгел, махсус техника, йөк транспорты, туристик автобустар, с