Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Яңы Барятин ауылына инеү юлының асфальты яңыртылды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан. Эштәр 2,27 километр оҙонлоҡтағы участкала алып барыла. Юлсылар ресайклинг технологияһы буйынса нигеҙҙе нығытҡан, ике ҡат асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәгән. Подряд ойошмаһы юл ситтәрен нығытырға һәм билдәләр ҡуйырға ниәтләй. – Юл Муравей һәм Яңы Барятин ауылы аша үтә, унда 800-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ремонт мәктәпкә, балалар баҡсаһына, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр һәйкәленә һәм башҡа мөһим объекттарға уңайлы юл булдырасаҡ. Бынан тыш, был юл Р-240 “Өфө — Ырымбур” федераль трассаһы участкаһына — Стәрлетамаҡты урап үтеү юлына алып бара, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса юлсылар бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн транспорт
Муравей һәм Яңы Барятин ауылдарына юлды ремонтлау тамамлана
20 ноября 202520 ноя 2025
~1 мин