Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төҙөк юлдар күберәк булһын

Республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ХIX халыҡ-ара “Рәсәй транспорты” форумында эш башланы. Сара майҙанында Башҡортостан Башлығы Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан биләмәһендә эре инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты, шулай уҡ федераль трассаларҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһен күтәрҙе. – Йыл башынан Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һаны кәмеүе күҙәтелә, – тип билдәләне Радий Хәбиров – Ыңғай күрһәткестәргә шул иҫәптән Росавтодор менән һөҙөмтәле эшмәкәрлек арҡаһында өлгәшелде. Шулай уҡ республика юлдарында һәләк булыусылар һанын кәметеү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итергә кәрәк. Росавтодор етәксеһе республиканың идара итеү командаһына берлектәге эш һәм “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты бурыстарын үтәүҙәге ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе. Роман Новиков Башҡортостанда федераль юлдарҙа хәүефһеҙлек артыуын ыңғай билдәләп, артабан да үҙҙәре яғынан ҡабул ителгән йөкләм

Республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ХIX халыҡ-ара “Рәсәй транспорты” форумында эш башланы. Сара майҙанында Башҡортостан Башлығы Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан биләмәһендә эре инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты, шулай уҡ федераль трассаларҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһен күтәрҙе. – Йыл башынан Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һаны кәмеүе күҙәтелә, – тип билдәләне Радий Хәбиров – Ыңғай күрһәткестәргә шул иҫәптән Росавтодор менән һөҙөмтәле эшмәкәрлек арҡаһында өлгәшелде. Шулай уҡ республика юлдарында һәләк булыусылар һанын кәметеү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итергә кәрәк. Росавтодор етәксеһе республиканың идара итеү командаһына берлектәге эш һәм “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты бурыстарын үтәүҙәге ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе. Роман Новиков Башҡортостанда федераль юлдарҙа хәүефһеҙлек артыуын ыңғай билдәләп, артабан да үҙҙәре яғынан ҡабул ителгән йөкләмәләрҙе үтәйәсәктәрен әйтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы Башҡортостанда юл селтәрен яңыртыуға 9,8 миллиард һум аҡса йәлеп ителде. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.