Башҡортостан ”Транспорт аҙналығы”нда ҡатнаша Мәскәүҙә XIX “Транспорт аҙналығы-2025” Халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе бара. Башҡортостандың республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегацияһы был майҙансыҡта республиканың юл-транспорт өлкәһен үҫтереүгә арналған бер нисә эшлекле осрашыу һәм дискуссия үткәрәсәк. Был сараны Рәсәйҙең Транспорт министрлығы йыл һайын уҙғара. Бер майҙансыҡта федераль һәм төбәктәрҙәге власть органдары, фән һәм белем биреү даирәһе вәкилдәре, бизнес-лидерҙар, шулай уҡ Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең транспорт тармағындағы эксперттары осраша. Быйылғы “Транспорт аҙналығы”нда утыҙҙан ашыу эшлекле сара буласаҡ, уларҙа 300-ҙән ашыу эксперттың ҡатнашыуы көтөлә. Маҡсат – илдең транспорт системаһын үҫтереүҙең стратегик юлдарын табыу, транспорт тармағындағы яңы ҡаҙаныштар һәм технологиялар менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу. Иғтибар үҙәгендә пассажирҙар ташыуҙың сифатын яҡшыртыу, һанлы инфраструктураны үҫтереү һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буласаҡ. Башҡортостан