Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Университет инженер командалары әҙерләйәсәк

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты юғары уҡыу йортонда инженерлыҡ белеменең яңы моделен әҙерләй. Айырым белгестәр, йылдам технологиялар инженерҙары әҙерләү менән бер рәттән инженер командалары ла әҙерләнәсәк. Бөгөн күпселек мәсьәләләр яңғыҙ түгел, ә команда менән хәл ителә, һәм был белем биреү сәйәсәтендә үҙгәрештәр талап итә, тип иҫәпләйҙәр Өфө дәүләт нефть техник университетында. - ӨДНТУ инженерҙар ғына түгел, ә тулы командалар әҙерләүҙә флагман булыр, тип ышанам. Уларҙың дисциплиналар тоташҡан урында эшләү һәм идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем проекттар алып барыу һәләте – беҙ ынтылған технологик лидерлыҡтың нигеҙе ул, - тип билдәләне БР Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. Үҙгәрештәр технологик лидерлыҡҡа ынтылыш, студенттарҙың белем сифатын күтәреүҙең глобаль кәрәклеге һәм университеттың үҙенең масштаблы трансформацияһы менән бәйле. 2025-2036 йылдарға үҫеш программаһында ӨДНТУ Рәсәй өсөн стратегик мөһи

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты юғары уҡыу йортонда инженерлыҡ белеменең яңы моделен әҙерләй. Айырым белгестәр, йылдам технологиялар инженерҙары әҙерләү менән бер рәттән инженер командалары ла әҙерләнәсәк. Бөгөн күпселек мәсьәләләр яңғыҙ түгел, ә команда менән хәл ителә, һәм был белем биреү сәйәсәтендә үҙгәрештәр талап итә, тип иҫәпләйҙәр Өфө дәүләт нефть техник университетында. - ӨДНТУ инженерҙар ғына түгел, ә тулы командалар әҙерләүҙә флагман булыр, тип ышанам. Уларҙың дисциплиналар тоташҡан урында эшләү һәм идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем проекттар алып барыу һәләте – беҙ ынтылған технологик лидерлыҡтың нигеҙе ул, - тип билдәләне БР Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. Үҙгәрештәр технологик лидерлыҡҡа ынтылыш, студенттарҙың белем сифатын күтәреүҙең глобаль кәрәклеге һәм университеттың үҙенең масштаблы трансформацияһы менән бәйле. 2025-2036 йылдарға үҫеш программаһында ӨДНТУ Рәсәй өсөн стратегик мөһим өлкәләрҙә яңы технологик алымдар эшкәртеү генә түгел, уларҙы индереүҙе лә амбициялы маҡсат ҡуйҙы. Өфө дәүләт нефть техник университетындағы яңы белем биреү моделе түбәндәге төп үҙенсәлектәрҙе күҙ уңында тота. Беренсенән, математика, физика, химия фәндәре буйынса тәрән белем биреүсе көсәйтелгән әҙерлек ғәмәлгә индереләсәк. Икенсенән, практиканы һәм стажировканы арттырыу. Өсөнсөнән, дисциплина-ара бәйләнешкә айырым иғтибар бүленә: төрлө йүнәлеш студенттары бер командала эшләргә өйрәнә. Яңы системаға Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренең ҙур командаһы йомғаҡ яһаясаҡ һәм яңы системаны әҙерләйәсәк. Унда 70-тән ашыу кеше - инженер, социогуманитар һәм фундаменталь кафедра вәкилдәре ҡатнашырға теләк белдергән. Проект Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Өҫтөнлөк-2030» программаһы («Йәштәр һәм балалар» милли проекты - национальный проект «Молодежь и дети») сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Белешмә Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы. Сығанаҡ: campusufa.ru Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!