▶️ Башҡортостан мәктәптәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәр йышая. Һүҙебеҙ буллинг, йәғни, балаларҙың бер-береһен ҡыйырһытыуы тураһында. Ошондай ваҡиғалар тураһында хәҙер көн дә тиерлек ишетеп торабыҙ. Ишембайҙағы белем усаҡтарының береһендә ҡыҙ баланы йәберләү, Дыуандағы Һикеяҙ ауылында синыфташ малайҙарҙың үҙ-ара һуғышыуы һәм башҡалар. Миҫалдар бының менән генә бөтмәй. Ни өсөн бөгөн үҫмерҙәр бер-береһен ҡыйырһытыуҙан йәм һәм тәм таба, ни өсөн беҙ үҫеп килгән быуындың ошондай аҙымға барыуына шаһитбыҙ? Студия ҡунағы — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Ддәүләт педагогия университеты доценты, педагогика фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Сибаева. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене! Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».
Иғтибар үҙәгендә - 19.11.2025 Буллинг һәм уның сәбәптәре
19 ноября 202519 ноя 2025
~1 мин