Башҡортостанда Рәсәй халыҡ хужалығы ойошмалары өсөн идара итеү кадрҙарын әҙерләү буйынса президент программаһының сираттағы, 28-се йыйылмаһы уҡыу башланы. Быйыл унда рекордлы һанда студенттар уҡый – 86 кеше. Уларҙы Өфөнөң алдынғы уҡыу йорттары – Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытасаҡ. Белем биреү ике йүнәлеш – инновацион һәм стратегик менеджмент буйынса алып барыласаҡ. Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында яңы уҡыуҙы асыу тантанаһы булды. Академия ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов аңлатыуынса, 2010 йылға тиклем президент программаһы буйынса идарасыларҙы республиканың өс юғары уҡыу йорто уҡытҡан, бөгөн үрҙә телгә алынған ике вуз ҡалған. Программаны тормошҡа ашырыуҙың 28 йылында Башҡортостанда 2155 етәксе белем алған, шуларҙың 610-ы Европа, Көнсығыш һәм Урта Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә стажировка үткән. – Быйыл у