Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) үҙенең гастролдәре менән Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында сығыш яһай. Киров ҡалаһындә үткән концертында тамашасылар уның сәхнә кейемдәренән шаҡ ҡатҡан. Хәйер, йырсы тамашасыларын беренсе тапҡыр ғына ғәжәпләндермәй. Был юлы йырсының сәхнә кейемдәренең береһендә ҡояштан һаҡлаған ҡара күҙлек кейгән ҡыҙ аппликацияһы менән биҙәлгән. Шулай йырсының күкрәгенә музыкаль клавишалар төшөрөлгән аҡ-ҡыҙыл төҫтәге костюмын да хәтерләйҙәрҙер әле, тамашасылар. Ниндәй сәхнә кейемендә сығыуына ҡарамаҫтан, Элвин Грейҙы тамашасылар ярата һәм концерттары һәр ерҙә ҙур аншлаг менән үтә. Фото: телеграм Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!