Илгә ауырлыҡ килгәндә юғалып ҡалмаған, контракт төҙөп хәрби бурыс үтәргә киткән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙҙең береһе Дмитрий Маликов менән Бәләбәй районына эш сәфәре мәлендә таныштыҡ. “Башҡортостан” полкында Даян Мурзин батальонында хәрби туҡландырыу ашнаҡсыһы булып тәүге линияла хеҙмәт иткән ул. Яҡындары махсус хәрби операцияға барырға тигән ҡарарын ауыр ҡабул итһә лә, һуңынан ҡаршы килмәйҙәр, яйлап күнәләр. – Ғаиләм, яҡындарым, илем алдындағы яуаплылыҡ көслө. Шуға ла 2024 йылда контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юлландым. Еңел түгел унда. Һәр ваҡыт атыш, ут аҫтында йөрөйһөң. Әгәр беҙҙең егеттәр унда булмаһа, дошмандар бында килеп етерҙәр ине. Яуҙа байтаҡ дуҫтарымды юғалттым. Иң ауыры яуҙа хәрби тормошҡа ныҡлап өлгөрөп тә бөтмәгән, контракт төҙөп килгән 18-19 йәшлектәрҙе күреү. Уларға һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыштым. Былтыр март айында аяҡтарым ҡаты яраланды, береһе өҙөлдө. Блиндажға тиклем яуҙаштар һөйрәп алып барҙы. Тәүҙә Белгородҡа эвакуациялап, беренсе ярҙамды күрһәттелә
Иҫән ҡайтыуына рәхмәт әйтеп, тыуған еренә баш эйгән
19 ноября 202519 ноя 2025
1 мин