Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Дин һәм матбуғат саралары – уртаҡ хеҙмәттәшлек

Рәсәйҙең Үҙәк диниә назаратының Өфөлә барған сираттағы киңәйтелгән съезы һәм “Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер умма – уртаҡ яҙмыш” тигән XVI Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы барышында фекер алышыу майҙансыҡтарының береһе киң мәғлүмт саралараның дини ойошмалар менән бәйләнешенә арналды. Был секцияның модераторы, Рәсәй Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетының өлкән уҡытыусыһы Зөфәр Тимербулатов билдәләүенсә, хәҙерге медиа милләт-ара һәм дини-ара мөнәсәбәттәрҙә мөһим роль уйнай. Ултырышта ҡатнашыусыларға ул дини ойошмаларҙың журналистар менән эшендә ниндәй коммуникация алымдарын ҡуллана алыуы тураһында фекер алышырға тәҡдим итте. Халыҡтарҙың рухи мәҙәниәте телевидениеһы үҙәгенең “Мосолман каналы” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте директоры Алик Назаров ислам киң мәғлүмәт сараларының бөгөнгө роле, уларҙың заман менән бергә атларға һәм мәғлүмәтте таратыу өсөн алдынғы технологияларҙы ҡулланырға тейешлеге тураһындағы доклад менән сығыш яһаны. Ул исламдағы традицио

Рәсәйҙең Үҙәк диниә назаратының Өфөлә барған сираттағы киңәйтелгән съезы һәм “Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер умма – уртаҡ яҙмыш” тигән XVI Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы барышында фекер алышыу майҙансыҡтарының береһе киң мәғлүмт саралараның дини ойошмалар менән бәйләнешенә арналды. Был секцияның модераторы, Рәсәй Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетының өлкән уҡытыусыһы Зөфәр Тимербулатов билдәләүенсә, хәҙерге медиа милләт-ара һәм дини-ара мөнәсәбәттәрҙә мөһим роль уйнай. Ултырышта ҡатнашыусыларға ул дини ойошмаларҙың журналистар менән эшендә ниндәй коммуникация алымдарын ҡуллана алыуы тураһында фекер алышырға тәҡдим итте. Халыҡтарҙың рухи мәҙәниәте телевидениеһы үҙәгенең “Мосолман каналы” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте директоры Алик Назаров ислам киң мәғлүмәт сараларының бөгөнгө роле, уларҙың заман менән бергә атларға һәм мәғлүмәтте таратыу өсөн алдынғы технологияларҙы ҡулланырға тейешлеге тураһындағы доклад менән сығыш яһаны. Ул исламдағы традицион аралашыу формаларын – мәсеттәрҙе, мәҙрәсәләрҙе, шула уҡ заманса юлдарҙы – телевидениены, социаль селтәрҙе, мессенджерҙарҙы иҫкә алды. Дин әһеле айырым билдәләп үтеүенсә, мәғлүмәт дөрөҫлөктө сағылдырырға һәм хәҡиҡәтте асырға тейешле. Мосолмандарҙың һанлашыу шарттарына нисек яраҡлашыуы тураһында тарих фәндәре кандидаты, Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының динде өйрәнеү бүлегенең ғилми хеҙмәткәре Зилә Хәбибуллина сығыш яһаны. “Мосолмандар виртуаль киңлеккә, социаль селтәргә үтеп инеүҙе киңәйтә бара һәм исламды таратыуҙа технологик прогресты уңышлы файҙалана”, тине ул. ФЕКЕР Марат ҒӘЗИЗОВ, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары: “Был сара, бер ҙә арттырмайынса әйткәндә, йән өсөн рухи байрам булды. Бөтә хеҙмәттәштәрем исеменән унда ҡатнашыусыларға сәләм һәм уңышлы эш теләген еткерәм. Башҡортостандың медиа майҙанына күп төрлөлөк һәм йөкмәткелек хас. Беҙҙә киң мәғлүмәт саралары Рәсәй халыҡтарының алты телендә сыға, был Рәсәйҙә икенсе урында тигән һүҙ. Һәр ҡалала һәм районда үҙ гәзиттәре, һанлы майҙансыҡтары бар, телеканалдар ҙа байтаҡ. Беҙ граждандарҙың мәғлүмәтте туған телендә алыу хоҡуғын тормошҡа ашырабыҙ”. Фото: “Башинформ”.