15 ноябрҙә Өфөлә "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулыуына арнап, Тамъян ырыуының әүҙем вәкилдәре форум ойошторҙо. Унда республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан ырыуҙаштар йыйылды. Шулай уҡ тамъяндар күпләп йәшәгән Әбйәлил, Белорет, Мәләүез, Көйөргәҙе, Туймазы, Шаран, Саҡмағош, Миәкә, Бөрйән райондарынан делегациялар, үҙешмәкәр ансамблдәр килде. Тәүҙә һәр ҡунаҡ теркәлеү үтте. Һуңынан республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән тамъян оҫталарының күргәҙмәләре менән таныштылар. Һәр район күргәҙмәгә ентекләп әҙерләнгән. Шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Таһир Күсемов музейы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан ойошторолған Тамъян ырыуынан сыҡҡан яҙыусыларға арналған күргәҙмәләр сараға мәртәбә өҫтәне. Артабан бөтә ҡунаҡтар тамаша залына үтте. Ундағы эшлекле осрашыу билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин төшөргән "Тамъяндар" фильмын күрһәтеүҙән башланды. Пленар өлөштө Тамъян ырыуының ҡорбашы Рөстәм Исхаҡов алып барҙы. Ул тәүҙә