Башҡортостанда грипҡа ҡаршы прививка яһау ябай һәм уңайлы! 2025 йылдың ноябренә 1,56 миллион кеше, шул иҫәптән: · 942 000 өлкән кеше · 622 000 бала · 10 000 йөклө ҡатын вакциналау үткән. Ҡайҙа һәм нисек прививка яһатырға? Грипҡа ҡаршы вакцинаны теркәлгән йәки беркетелгән урында эшләтергә мөмкин. Кәрәкле документтар: паспорт, СНИЛС, прививка сертификаты (булһа). Яҙылыу ысулдары Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, 122 телефоны буйынса йәки участка терапевтында. Кемгә прививка яһау айырыуса мөһим? · мәктәп уҡыусыларына · 60 йәштән өлкәндәргә · ваҡытлыса медицина сикләүе тамамланғандарға (киләһе 2 аҙнала тәҡдим ителә) · эшләүсе өлкәндәргә Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һаулығығыҙҙы хәстәрләүҙе оҙаҡҡа һуҙмағыҙ! Источник https://uchaly102.ru/?p=111676
Башҡортостанда грипҡа ҡаршы прививка яһау ябай һәм уңайлы
19 ноября 202519 ноя 2025
~1 мин