Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөлә ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге асылды

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Өфө фән һәм технологиялар университетының ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге үҙ ишектәрен киң асты. Яңы майҙансыҡты асыу Өфө университеты менән Ляонин университеты (Шеньян ҡалаһы) араһында уңышлы хеҙмәттәшлектең логик дауамы булды. – Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәген асыу – бик ваҡытлы һәм мөһим аҙым. Ун йылға яҡын осорҙа Ҡытай вуздары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса 40-ҡа яҡын килешеү төҙөлгән. Беҙҙең юғары уҡыу йорттарында был илдән 400-гә яҡын студент белем ала. Ляонин нефть химияһы технология университеты һәм Ляонин университеты менән әүҙем эшләйбеҙ. Беҙҙең компетенциялар уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, Харбинда «Өң: Умарталыҡты һаҡлау» уйынының ҡытай версияһы менән таныштырыу сараһы бик йәнле үтте. Беҙҙең уртаҡ проект ҡытай коллегаларыбыҙ менән ҙур ғилми-мәғариф эшенең логик дауамы булып тора. Үҙәкте булдырыу мәғарифта инновациялы технологияларҙы үҫтереүгә, шулай уҡ студенттар араһында ҡытай телен популярлаштырыуға, и

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Өфө фән һәм технологиялар университетының ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге үҙ ишектәрен киң асты. Яңы майҙансыҡты асыу Өфө университеты менән Ляонин университеты (Шеньян ҡалаһы) араһында уңышлы хеҙмәттәшлектең логик дауамы булды. – Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәген асыу – бик ваҡытлы һәм мөһим аҙым. Ун йылға яҡын осорҙа Ҡытай вуздары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса 40-ҡа яҡын килешеү төҙөлгән. Беҙҙең юғары уҡыу йорттарында был илдән 400-гә яҡын студент белем ала. Ляонин нефть химияһы технология университеты һәм Ляонин университеты менән әүҙем эшләйбеҙ. Беҙҙең компетенциялар уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, Харбинда «Өң: Умарталыҡты һаҡлау» уйынының ҡытай версияһы менән таныштырыу сараһы бик йәнле үтте. Беҙҙең уртаҡ проект ҡытай коллегаларыбыҙ менән ҙур ғилми-мәғариф эшенең логик дауамы булып тора. Үҙәкте булдырыу мәғарифта инновациялы технологияларҙы үҫтереүгә, шулай уҡ студенттар араһында ҡытай телен популярлаштырыуға, илдәребеҙ араһында халыҡ-ара диалогты нығытыуға йүнәлтелгән саралар үткәреүгә булышлыҡ итәсәк, - тип билдәләне БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Байрам сараһында Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров һәм Ляонин университеты проректоры Хо Чуньхуэй тантаналы рәүештә яңы үҙәкте асты. Өфө университеты ректоры Вадим Захаров, ҡунаҡтарға һәм йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, үҙәк төбәктәге ике илдең беренсе тулы мәҙәни-ара эш итеү майҙансығы буласағын билдәләне: - Үҙәкте асыу дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен уңышлы үҫтереү өсөн яңы этәргес бирәсәк. Студенттар, йәш ғалимдар, уҡытыусылар эш, уҡыу һәм үҙ-ара танышыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр аласаҡ. Был проект илдәребеҙ араһында күпер булыр, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм ике халыҡтың асыҡ диалогы өсөн сағыу офоҡтар асыр тип ышанам. Үҙәк эшмәкәрлеге сиктәрендә балалар, уҡыусылар, студенттар һәм өлкән тыңлаусылар өсөн ҡытай теле курстары, халыҡ-ара имтиханға әҙерлек курстары, ҡытай каллиграфияһы, ҡағыҙ ҡырҡыу сәнғәте, битлектәр биҙәү һәм башҡа биҙәү сәнғәте төрҙәре буйынса дәрестәр ғәмәлгә ашырыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!